Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
3 Апрель 2020, 21:45

“Мимоза” рулеты

Бының өсөн 3 ләүәш, 250 г майонез, 3 бешкән йомортҡа, 150-200 г сыр, 1 банка сайра балығы, укроп, йәшел һуған кәрәк буласаҡ.

Бының өсөн 3 ләүәш, 250 г майонез, 3 бешкән йомортҡа, 150-200 г сыр, 1 банка сайра балығы, укроп, йәшел һуған кәрәк буласаҡ.
Ләүәштәргә майонез яғабыҙ. Береһенә ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡа, икенсеһенә сыр, өсөнсөһөнә вилка менән онталған сайра һалырға. Һәр береһенә укроп һәм һуған һибергә.
Беренсе ләүәште рулет итеп урарға. Уны икенсе ләүәштең баш яғына һалып урайһың, артабан өсөнсөһөн дә шулай башҡараһың. Пакетҡа һалып һыуытҡысҡа ҡуйырға ғына ҡала. Бик тәмле килеп сыға))
Фото: интернет.
Читайте нас: