Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
31 Март 2020, 17:53

Мультиваркала уңайлы

Мультиварка бала аҙыҡтарын бешереү өсөн уңайлы. Бында бешкән аҙыҡ барлыҡ файҙалы микроэлементты һәм витаминды һаҡлай. Артыҡ майларға ла кәрәкмәй, аш-һыу ҡоро түгел, ә һутлы булып бешә. Майҙы аҙыҡ бешеп сыҡҡас өҫтәргә мөмкин.

Мультиварка бала аҙыҡтарын бешереү өсөн уңайлы. Бында бешкән аҙыҡ барлыҡ файҙалы микроэлементты һәм витаминды һаҡлай. Артыҡ майларға ла кәрәкмәй, аш-һыу ҡоро түгел, ә һутлы булып бешә. Майҙы аҙыҡ бешеп сыҡҡас өҫтәргә мөмкин.
Мультиваркала балалар өсөн рецептарға килгәндә, ул йәш баланы ашата башлағанда кәрәк булған иҙмәләр әҙерләргә бик ҡулай. Бала пюреһы өсөн төрлө йәшелсәне парҙа бешереп алырға һәм иҙеп бирергә генә кәрәк. Шулай уҡ мультиварка ҡаҙаны, микро тулҡынлы мейестән айырмалы рәүештә, төрлө яҡлап йылытыла, магазиндан алынған пюрены банкаһында көйө йылытырға уйлаһағыҙ, бының өсөн дә уңайлы. Бала үҫә килә бутҡа, тәбиғи йогурт, аш, гарнир, парҙа ит йәки балыҡ, омлет, эремсек запеканкаһы, һурпа, компот, бисквит һәм башҡа төрлө аҙыҡ әҙерләй алаһығыҙ. Был техниканың фунциялары күп, ул һеҙгә плитаны, мейесте, пароварканы, хатта фритюрницаны ла алмаштырасаҡ. Һәр минуты ҡәҙерле булған балалы әсә өсөн алмаштырғыһыҙ әйбер, тиергә була. Сөнки иртәнге ашты ла мультиварка хәл итә ала, бының өсөн “кисектерелгән старт” режимын ғына ҡулланырға кәрәк. Йәғни кистән бутҡа бешереүгә барыһын да һалаһың һәм иртән үҙеңә кәрәкле ваҡытҡа бешеп сығырлыҡ режимға көйләйһең. Һәм, ниһайәт, йәш әсәләр өсөн ныҡ ҡәҙерле булған йоҡоно туйҙырыу мөмкинлеге тыуа. Йәки бала менән урамға сыҡҡанда аҙыҡ-түлекте мультиварка ҡаҙанына төшөрөргә һәм, йөрөп ҡайтҡас, бына тигән төшкө аш менән һыйланырға мөмкин.
Фото: интернет
Читайте нас: