Һыйлы булһын табынығыҙ!
500 г бер пакет 3,2 процентлы кефирға:
- 200 г йәки бер стакан көнбағыш майы,
- 200 г йәки бер стакан шәкәр ҡомо,
- 4 йомортҡа,
- 1 сәй ҡалағы сода,
- ванилин,
- 200 г тирәһе йөҙөм (ҡайнар һыу менән йыуып алырға)
Бөтәһен дә яҡшылап болғатырға.
Артабан 1,5 - 2 стакан тирәһе ондо әҙләп һалып шыйыҡ ҡамыр эшләргә.
Ике формаға тап-таман етә ошо килеп сыҡҡан масса, өҫтө ҡыҙарғансы һәм эсе бешеп еткәнсе бешерергә.