Витаминға бай, файҙалы салат рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, көнөгөҙ йәмле булһын, дуҫтар!
Салат өсөн ике сөгөлдөр, грек сәтләүеге, анар емештәре, ике тырнаҡ һарымһаҡ, ике аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1/4 сәй ҡалағы хмели-сунели тәмләткесе, тоҙ кәрәк.
Башта сөгөлдөрҙө бешереп әрсейбеҙ. Эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Шунан ҡаймаҡ өҫтәп тоҙлайбыҙ. Грек сәтләүеген табала йәки мейестә киптереп, ваҡлап, сөгөлдөргә өҫтәйбеҙ. Ә һарымһаҡты иҙеп салатҡа һалабыҙ. Хмели-сунели тәмләткесе һибәбеҙ ҙә һәйбәтләп болғатабыҙ.
Салат һауытына бушатабыҙ ҙа, анар емештәре, грек сәтләүеге менән биҙәп, өҫтәлгә бирергә мөмкин. Бер нисә сәғәт һыуытҡыста тотоп ашаһаң бигерәк тә тәмле була.