Салат өсөн 1 йомортҡа, 1 бәләкәй башлы һуған, 1 уртаса бешмәгән кишер, 1 ҙур йәки 2 бәләкәй алма, 20-30 г үҙегеҙ теләгән сыр, 2 аш ҡалағы майонез, күберәк тә мөмкин.
Салат ҡатлы-ҡатлы итеп эшләнә. Майонезды әҙ-әҙләп кенә һөртәбеҙ.
Һуғанды балдаҡлап турап, эҫе һыуҙа бешереп алабыҙ, һыуға 1 балғалаҡ уксус ҡушыр кирәк була. 10 минуттай ошолай маринадта ятһын.
1-се ҡат: һуғанды турап һалабыҙ ҙа майонез менән ҡаплайбыҙ.
2-се ҡат: алма ҡырғыстан үткәреп һалабыҙ ҙа майонез һөртәбеҙ.
3-сө ҡат: йомортҡаны ҡырғыстан үткәрәбеҙ-майонез һылайбыҙ.
4-се ҡат: кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ-майонез һылайбыҙ.
5-се ҡат: Сыр.
Һуғандан тыш ҡатын ҡабатларға мөмкин.
Иҫкәрмә: әгәр майонез урынына йогурт йә ҡаймаҡ ҡулланһағыҙ, һәр ҡатты бер аҙ тоҙлап алыр кәрәк.