Салатты байрам табынында һәр ҡунаҡҡа айырым һауыттарҙа ла бирергә мөмкин. Составында сохари булғас, балаларға ла бик оҡшай.
Салат өсөн ризыҡтар ҡатлам-ҡатлам итеп һалына.
1- се ҡат: бешереп туралған тауык ите,
2- се ҡат: лимон һутында маринадланған һуған,
3-сө ҡат: үҙ һутында консерваланған ананас киҫәктәре,
4-се ҡат: сохари (кириешки),
5-се кат: шаҡмаҡлап туралған помидор.
Һәр бер ҡатка үҙегеҙ яратҡан майонезды яғып тигеҙләргә кәрәк.
Иң өҫкө ҡатҡа майонездан биҙәкләп рәшәткә яһарға һәм мәк һибәргә.
Ашығыҙ тәмле булһын, дуҫтар!