Был ризыҡты әҙерләү өсөн 150 грамм ҡаты сыр, 100 грамм йомшаҡ сыр, ике йомортҡа, ике кишер, биш тырнаҡ һарымһаҡ, 50-70 грамм майонез, тоҙ кәрәк. Тәүҙә йомортҡа менән кишерҙе тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ. Ике төрлө сырҙы, йомортҡаны ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Ҡатнашманы ваҡланған һарымһаҡ ҡушып һәйбәтләп бутайбыҙ. Тоҙ менән майонез өҫтәйбеҙ. Бер аш ҡалағылай әҙер ҡатнашманы алабыҙ ҙа, мандарин формаһында ҡул менән әүәләйбеҙ, унан һуң 15 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Кишерҙе ваҡ ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Һыулы йәки майлы ҡул менән кишерҙән йәймә эшләйбеҙ. Һыуытҡыстан әҙер ҡатнашманы алып йәймәгә урайбыҙ. Үҙенсәлекле ҡабымлыҡ - "мандариндар" әҙер.