Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
5 Март 2020, 13:46

8 Март салаты

Бының өсөн кәрәк буласаҡ:

Бының өсөн кәрәк буласаҡ:
- Тауыҡ ите – 300 гр,
- шампиньон – 190 гр,
- һуған – 1 шт,
- кукуруз – 1 банка,
- сыр – 35 гр, 3 йомортҡа,
- майонез самалап,
- ҡурыу өсөн аҡ май.
Әҙерләү:
1. Тауыҡ итен бешереп алырға. Итте һыуытып, ваҡ ҡына киҫәктәргә турайбыҙ.
2. Һуғанды ваҡ итеп турап табала аҡ майҙа алһыуланғансы ҡыҙҙырып алабыҙ. Аҙаҡ туралған бәшмәкте өҫтәйбеҙ. Самалап тоҙ һәм һәм борос һибәбеҙ.
3. Йомортҡаны бешереп алып таҙартабыҙ һәм ваҡ теркала ҡырабыҙ. Сырҙы ла шулай эшләгеҙ. Таҙа, ҡоро һауыт алып, һүрәттәгесә ике стаканды рәтләп ҡуйығыҙ һәм салатты йыя башлағыҙ. Тәүге ҡатламға тауыҡ итен һалығыҙ.
4. Өҫтәнә йоҡа ғына сетка рәүешендә майонез һалығыҙ. Артабан бәшмәк һәм һуған килә, тағы ла майонез, шунан кукуруз.
5. Хәҙер ҡырылған сыр һибеп, уны ла майонез менән һыларға.
6. Өҫтөнә - йомортҡа ағы, ситтәренә һарыһын һибегеҙ. Ауыл йомортҡаһы менән бигерәк сағыу килеп сыға. Эргәләрен укроп һәм петрушка менән биҙәйбеҙ, болгар боросынан ләлә сәскәһе ҡырҡабыҙ.
Йәмле лә, тәмле лә!
Фото: интернет.
Читайте нас: