Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
26 Февраль 2020, 14:51

Йәшел сәй файҙалымы?

Йәшел сәйҙе баҡһаң, уның файҙалы яҡтары күп булыуына ҡарамаҫтан, ҡайһы берәүҙәр өсөн сикләүҙәр ҙә бар икән. Хатта бәғзеләргә уны эсеү бөтөнләй тыйыла! Уның йөрәк ритмын боҙоуы, ҡан баҫымын түбә¬нәйтеү һәләте булғанлыҡтан, гипотония һәм йөрәк сирлеләргә эсеү хәүефле, ти табиптар.

Йәшел сәйҙе баҡһаң, уның файҙалы яҡтары күп булыуына ҡарамаҫтан, ҡайһы берәүҙәр өсөн сикләүҙәр ҙә бар икән. Хатта бәғзеләргә уны эсеү бөтөнләй тыйыла! Уның йөрәк ритмын боҙоуы, ҡан баҫымын түбәнәйтеү һәләте булғанлыҡтан, гипотония һәм йөрәк сирлеләргә эсеү хәүефле, ти табиптар.
Ашҡаҙан сиренән яфаланған кешеләрҙә уның ауыртыу, сәнсеү, үҙәк көйөү тыуҙырыуы ихтимал. Ғөмүмән, төнгөлөккә йәшел сәй эсеүҙән тыйылырға кәрәк, йоҡлай алмай йөҙәүегеҙ мөмкин. Подагра (быуынға тоҙ ултырыуы) сиренә юлыҡҡандарға уны эсеү рөхсәт ителмәй. Йәшел сәй организмдың таҙа һыуға ихтыяжын хәл итә алмай, шуға күрә эсәр һыу урынына йәшел сәй ҡулланыу ғәҙәтен ташларға кәрәк.
Бөтә һау кешеләрҙең сәләмәтлегенә йәшел сәй бары файҙа килтереүе мөмкин, тик ҡайһы бер әҙерләү серҙәрен белеү кәрәк, ти белгестәр. Сәйҙе бешергәндән һуң ике минут үткәс эскәндә, ул ҡуҙғытыу тәьҫиренә эйә, биш минуттан һуң бына тигән тынысландырыу эсемлегенә әүерелә, ә аҙаҡ инде ғәҙәттәге сәйгә әйләнә. Иҫке сәйҙе эсеү һаулыҡ өсөн зарарлы икәнен дә иҫкәртә табиптар. Ғалимдарҙың иҫбатлауынса, саманан тыш йәшел сәй менән мауығыу һөйәк структураһын боҙа.
Һөтлө сәй - бәүел ҡыуҙырыу, организмдан токсиндар сығарыу, бауырҙы таҙартыу, ябығыу өсөн файҙалы эсемлек. Тик уның ҡан баҫымын күтәреү һәм төшөрөү кеүек үҙенсәлекле һәләте булыуын онот¬мағыҙ. Һәр хәлдә, кеше ниндәй ризыҡ ҡулланыуҙы үҙе хәл итә. Ә беҙ табиптарҙың, белгестәрҙең кәңәштәренә таянып, мәғлүмәттәрҙе һеҙҙең иғтибарға еткерәбеҙ.
Фото: интернет
Читайте нас: