Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
7 Февраль 2020, 14:13

Француз салаты

Был туҡлыҡлы ла, матур ҙа француз салаты, ысынлап та, бик тиҙ эшләнә. Ашығыҙ тәмле, көнөгөҙ йәмле булһын!

Был туҡлыҡлы ла, матур ҙа француз салаты, ысынлап та, бик тиҙ эшләнә. Ашығыҙ тәмле, көнөгөҙ йәмле булһын!
Ингредиенттар ҙа ябай ғына. Беҙгә бер алма, бер кишер, ике йомортҡа, 30 грамм ҡаты сыр, 30 грамм башлы һуған, майонез кәрәк буласаҡ. Тәүҙә һуғанды таҙартып, ярым түңәрәк итеп ҡырҡабыҙ ҙа, өҫтөнә эҫе һыу һалып, әсеһен алабыҙ. Шунан майонез һөртәбеҙ. Икенсе ҡатламға - ҡырғыстан ҡырылған кишер һәм майонез. Артабан бешерелгән йомортҡаны ҡырғыс аша үткәреп һалабыҙ, тағы майонез һөртәбеҙ. Унан тағы ла ҡырғыстан үткәрелгән кишер һәм майонез. Һуңғы ҡатлам иһә - ҡырғыстан ҡырылған алма һәм сыр.
Салат әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: интернет
Читайте нас: