Ярты килограмм бауырҙы йыуып, ит үткәргес аша үткәрергә. Уға бер стакан һөт, тоҙ, борос, 2 йомортҡа һалып бутарға. Ҡоймаҡ ҡойорлоҡ ҡуйылыҡҡа еткәнсе яйлап он өҫтәй-өҫтәй туҡып, ҡыҙған табаны майлап, ҡәҙимге ҡоймаҡ кеүек бешерәһең.
Торттың эслеге айырым әҙерләнә: 2 – 3-әр ҡалаҡ ҡаймаҡ менән майонезға өс бүлкәт һарымһаҡты иҙеп һалып, бутарға. Ике кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп, өс һуғанды турап, көнбағыш майында ҡыҙҙырырға.
Әҙер ҡоймаҡтарҙың өҫтөнә тәүҙә – һарымһаҡлы массаны, икенсе ҡатына ҡыҙҙырылған кишер менән һуғанды һалырға. Шулай итеп, сиратлап ҡатлай-ҡатлай, торт әҙерләйһең. Табынға бирер алдынан берәй сәғәт һыуытҡыста тоторға.