Уның шифаһы хаҡында күптәр беләлер. Шулай ҙа белгестәр барлаған файҙалы яҡтарына айырым туҡталайыҡ.
* Юғары ҡан баҫымын көйләй.
* Яман шешкә ҡаршы профилактика.
* Тромбтар барлыҡҡа килеүҙе иҫкәртә.
* Көс бирә, аппетитты баҫа.
* Матдәләр алмашыныуын көйләй.
* Ҡандағы шәкәр кимәлен контролдә тоторға булыша.
* Үпкәләрҙе таҙарта, һаҡлай.
* Атеросклероз барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә.
* Миҙгел аллергияһы булғанда хәлде яҡшырта.
* Мейе әүҙемлеген арттыра, көсөргәнеште кәметә.
* Организмдағы һыу балансын һыуға ҡарағанда ла яҡшыраҡ тергеҙә.
* Тештәрҙе һәм теш ҡаҙнаһын һаҡлай.
* Алкоголь һәм токсиндар сәбәпле барлыҡҡа килгән бауыр сирҙәренә ҡаршы көрәштә ярҙам итә.