Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
20 Ғинуар 2020, 17:40

ТӘМЛЕ КӘТЛИТ

Кәтлиттәр тәмле килеп сыҡһын өсөн файҙалы кәңәштәр.

Кәтлиттәр тәмле килеп сыҡһын өсөн файҙалы кәңәштәр.
Кәтлиткә тигән фарш бәргеләгәнде ярата. Был унан һауаны сығарырға ярҙам итә. Бындай фарштан әҙерләнгән кәтлит һурпалыраҡ, бик тәмле була.
1 кг ит фаршына 1 сәй ҡалағы иҫәбенән шәкәр ҡомы ҡушҡанда, кәтлит һурпалыраҡ килеп сыға.
Фарш шыйығыраҡ килеп сыҡһа, бер аҙ бәрәңге фаршы өҫтәргә мөмкин.
Ғәҙәттә, кәтлит фаршына икмәк ҡушалар. Әмма бының өсөн иҫкергән икмәк кәрәк. Яңыһы кәтлитте йәбешкәк итә, тәмен боҙа.
Кәтлитте ҡыҙған майға һалырға кәрәк. Ситтәре ҡыҙғас ҡына утты кәметергә, былай уның һуты ағып сыҡмай, кәтлит һутһыҙ булып бешә.
Фото: интернет.
Читайте нас: