Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
18 Ғинуар 2020, 13:34

Ҡабаҡ орлоғоноң көсө ниҙә?

Ул айырыуса ир-ат өсөн файҙалы икән. Белгестәрҙең кәңәшен тыңлайыҡ, сәләмәт булайыҡ!

Ул айырыуса ир-ат өсөн файҙалы икән. Белгестәрҙең кәңәшен тыңлайыҡ, сәләмәт булайыҡ!
* Ҡабаҡ орлоғо магнийға бай. Ул йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, холестеринды кәметә. Гипертониянан яфаланғандарға ла килешә.
* Табиптар билдәләүенсә, ҡабаҡ орлоғо айырыуса ир-ат һаулығы өсөн файҙалы. Көс-ҡеүәтте юғалтмаҫ өсөн көн һайын 50-60 грамм ҡабаҡ орлоғо ашарға тәҡдим ителә.
* Иң файҙалыһы – ҡыҙҙырылмаған, ҡояшта киптерелгәне. Ҡыҙҙырғанда емештең күп файҙалы үҙенсәлектәре юғала. Уны яҡшылап сәйнәргә кәрәк, юғиһә насар үҙләштерелә. Шулай ҙа көнөнә 100 грамдан күберәк ашарға ярамай.
Венер Исхаҡов
Читайте нас: