Тәүҙә әҙ генә һөткә 1 сәй ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы он, 15 гр самаһы сөпрә һалып ҡабартып алырға, аҙаҡ ҡалғандарҙы ҡушып ҡамыр баҫырға. 1 сәғәт йылыға ҡуйып ҡабартырға. Табаға ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйергә, өҫтөнә сейә һалырға һәм тәменә ҡарап шәкәр өҫтәп, һатыу ҡаймағына 2 йомортҡа ҡушылған массаны өҫтөнә ҡойоп 180 градуслы мейескә ярты сәғәткә бешерергә ҡуйырға.
Фото: интернет