Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
10 Ғинуар 2020, 18:25

Сәйҙе бешереүҙең дә рәте бар...

Сәйҙе дөрөҫ әҙерләй белмәһәң, уның ағыуға әүерелеүе мөмкин, тип ҡурҡыта беҙҙе белгестәр. Ни өсөн тигәндә, сәй – тәбиғи продукт, унда бактериялар, үңәҙ, әсетке, патогенлы матдәләр булыуы ғәжәп түгел.

Сәйҙе дөрөҫ әҙерләй белмәһәң, уның ағыуға әүерелеүе мөмкин, тип ҡурҡыта беҙҙе белгестәр. Ни өсөн тигәндә, сәй – тәбиғи продукт, унда бактериялар, үңәҙ, әсетке, патогенлы матдәләр булыуы ғәжәп түгел.
Етештереүселәрҙең инструкцияһын кем уҡыһын? Сәй әҙерләүҙең ниндәй сере булһын, тип уйлағандарҙы белгестәр иҫкәртә. Сәй япраҡтары өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойғандан һуң уны мотлаҡ биш минутҡа төнәтергә ҡуйырға кәрәк, шул саҡта ул эсеү өсөн хәүефһеҙ. Эксперттарҙың билдәләүенсә, бер нисә сәғәт торған сәйҙе эсеү ҙә зарарлы.
Ә дөрөҫ бешерелгән эсемлектең файҙаһы тураһында һөйләп тороуҙың да кәрәге юҡтыр. 2019 йылдың октябрендә Ҡытай белгестәре йәшел сәйҙең йәнә бер үҙенсәлеген асты. Уны күҙәнәктәр терапияһы өсөн ҡулланыу тәьҫирле, ти белгестәр. Япраҡтарҙағы ғәжәп үҙенсәлекле матдә организмға индерелгән олон күҙәнәктәре төркөмөн әүҙемләштереүгә һәләтле. Күҙәнәктәр терапияһы нәҫел сирҙәренә, яман шешкә ҡаршы уңышлы ҡулланыла, шулай уҡ ауыр һауыҡтырылыусы йөрәк-ҡан тамырҙары, аутоиммун сирҙәрен дауалауҙа ҙур ярҙамсы була ала.
Фото:Zen.Yandex.com
Дина Арсланова.
Читайте нас: