Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
26 Декабрь 2019, 14:09

Байрамдарҙа нисек һимермәҫкә?

Яңы йыл байрамдарындағы һыйҙарҙарҙан һуң нисек артыҡ килограмдар йыймаҫка? Белгестәр бер нисә кәңәш бирә.

Яңы йыл байрамдарындағы һыйҙарҙарҙан һуң нисек артыҡ килограмдар йыймаҫка? Белгестәр бер нисә кәңәш бирә.
Байрам алдынан диетала ултырмағыҙ. Яңы йыл табыны артында “ысҡынып”, самаһыҙ ашап ташларға мөмкинһегеҙ.
Теләгән әйберегеҙҙе ашағыҙ. Йылына бер тапҡыр майонез ҡушып эшләнгән оливье салатын ашағандан бер нимә лә булмай.
Кисә башланғанда тәрилкәгеҙгә барлык тәмле әйберҙәрҙе сама менән һалып ҡуйып, уны кис буйына һуҙарға була.
Яңы йылға салаттарҙы самаһыҙ күп әҙерләмәгеҙ. Бер кис ултырып ашарлыҡ булһа, етә.
Яңы йыл табынына ғәҙәттәге көндәрҙә ашамаған деликатестар алығыҙ. Байрам шуға байрам да инде.
Эсеүҙә сама кәрәк. Ни тиклем күберәк алкоголь ҡулланһағыҙ, аппетит шул тиклем нығыраҡ асыла. Өҫтәүенә, икенсе көндө бит-күҙҙәр шешенә, тире йәмһеҙләнә. Өр-яңы йылдың беренсе көнөнөң бындай булыуы кәрәкме?
Өҫтәл артына артыҡ асығып ултырмағыҙ. Байрам башланғансы бер аҙ ваҡыт ҡала бешкән йомортҡа ашап ҡуйһағыҙ була.
Майһыҙыраҡ ризыҡтарға, балыҡҡа, сырға өҫтөнлөк бирегеҙ.
Байрамды телевизор артында ғына уҙҙырмағыҙ. Саф һауала йөрөгөҙ!
Фото: интернет.
Читайте нас: