Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
25 Декабрь 2019, 12:13

Яңы йыл табынына салаттар

Уңған хужабикәләр! Тик һеҙҙең өсөн генә байрам табынына тәмле-тәмле салат рецептары тәҡдим итәбеҙ.

Уңған хужабикәләр! Тик һеҙҙең өсөн генә байрам табынына тәмле-тәмле салат рецептары тәҡдим итәбеҙ.
“Беренсе ҡар” салаты
Кәрәк була:
200 гр. бешкән тауыҡ ите;
3 йомортҡа;
80 гр. сыр;
40 гр. грек сәтләүеге;
һөйәкһеҙ виноград;
майонез; тәменә ҡарап тоҙ.
Әҙерләү:
Тауыҡ итен, йомортҡаны һаламлап турарға, сырҙы ҡырғыс аша үткәрергә, сәтләүекте ваҡларға. Һәр ингредиентты айырым майонез менән бутарға, теләк булғанда бер аҙ тоҙ һибергә (сырҙың бер өлөшөн биҙәү өсөн ҡалдырырға).
Түбәндегә тәртиптә ҡатлап һалырға:
- тауыҡ ите;
- сәтләүек;
- сыр;
- йомортҡа.
Салаттың ситтәренә ҡалған сырҙы һибергә, өҫтөн урталай ҡырҡылған виноград, сырҙан яһалған ҡар бөртөктәре менән биҙәргә мөмкин.
Фото: интернет.
«Яңы йыл хужаһы» салаты

Салатты эшләр өсөн 4 йомортҡа, 200 грамм ит тултырмаһы (ветчина) һәм сыр, 3-4 аш ҡалағы майонез, 2 тоҙло ҡыяр, 200 грамм картуф, бер баш һуған, маринадланған шампиньон кәрәк буласаҡ.
1. Картуфты әрсейбеҙ, бешерәбеҙ һәм ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Салаттың беренсе ҡаты әҙер.
2. Тоҙло ҡыярҙы шаҡмаҡлап турап, майонез менән бутап, картуф өҫтөнә һалабыҙ.
3. Өсөнсө ҡатта – ит тултырмаһы, һуған.
4. Йомортҡаларҙы бешерәбеҙ, яртыһын турап ҡатлайбыҙ. Ә ҡалғанын биҙәр өсөн алып ҡуябыҙ.
5. Бәшмәктәрҙе ике өлөшкә киҫергә ваҡыт етте. Бишенсе ҡатына шампиньондар һалабыҙ. Һәр ҡатына майонез һыларға онотмағыҙ.
6. Иң аҙаҡтан ваҡ итеп үткәрелгән сырҙы салат өҫтөнә һибәбеҙ.
Инде хәҙер ярты йомортҡанан сысҡандың – кәүҙәһен, бәшмәктән – ҡолаҡтарын, ҡара боростан күҙҙәрен эшләп ҡуябыҙ. Бына салатыбыҙ ҙа әҙер.
Фото: интернет.
"Сәғәт" салаты
5 картуф,
2 кишер,
1 алма,
2 тоҙло ҡыяр,
1 һуған,
консерваланған борсаҡ,
самалап тоҙ, майонез.

Биҙәү өсөн:
6 йомортҡа,
1 ҡыҙыл болгар боросо.

Кишер менән картуфты бешерергә лә әрсеп турарға. Борсаҡ, туралған тоҙло ҡыяр һәм ҡырғыстан үткәрелгән алманы ҡушырға һәм майонез, тоҙ ҡушып, бөтәһен бергә болғарға. Әҙер массаны түңәрәк формалағы тәрән һауытҡа һалып, ҡалаҡ менән тигеҙләргә һәм ҙурыраҡ яҫы тәрилкәгә баштүбән бушатырға. Сәғәттең “корпусы“ әҙер. Уның өҫтөнә икегә бүленгән һәм һарыһы айырылған бешкән йомортҡаларҙың ағын түңәрәкләп теҙергә (түңәрәк яғын өҫкә ҡаратып). Һарыһын ваҡ ҡыр¬ғыстан үткәреп, уртаға һибеп сығырға. Ҡыҙыл боростан сәғәт телдәрен киҫеп алырға — минут телен оҙонораҡ, сәғәт телен ҡыҫҡараҡ һәм ҡалыныраҡ ҡырҡырға. Боростоң ҡалғанынан бер төрлө 28 нәҙек оҙонса киҫәк ҡырҡып алырға һәм йомортҡаларҙың өҫтөнә Рим һандары формаһында һалып сығырға. Улар йәбешеп торһон өсөн, башта йомортҡа өҫтөнә самалап майонез һөртөргә мөмкин.

Фото: интернет.
Тауыҡ итенән салат
Кәрәк: 200 г ыҫланған тауыҡ ите, 150 г ҡыяр, 150 г маринадланған бәшмәк, 1 баш һуған, 4 йомортҡа, майонез йәки ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ, борос, йәшел һуған йәки башҡа тәмләткес.

Бәшмәктәрҙе пластинкалап ҡырҡаһың, һуғанды ваҡ ҡына итеп турайһың һәм бергә майҙа ҡыҙҙырып алаһың. Тауыҡ итен, ҡыярҙы нәҙек оҙонса итеп, йәшел һуғанды ваҡлап турайһың. Йомортҡаны уртаса ҡырғыста ҡыраһың. Артабан ҡатлап һалабыҙ: 1-се – тауыҡ ите, 2-се – ҡыяр, 3-сө - бәшмәк менән һуған, 4-се – йәшел һуған, 5-се ҡатламға йомортҡаны һалабыҙ. Һәр ҡатламға тәменсә тоҙ, борос һибәбеҙ, майонез (ҡаймаҡ) һөртәбеҙ. Унан өҫтөн, фантазиябыҙҙы эшкә егеп, йәнебеҙ теләгәнсә биҙәргә генә ҡала.
Фото: интернет.
Кириешки менән салат
Яңы йыл табынына тиҙ һәм еңел әҙерләнә торған туҡлыҡлы салат.

Беренсе ҡатҡа – һаламлап турап, 200 грамм ыҫланған тауыҡ ите, икенсеһенә – 200 грамм помидор, өсөнсөһөнә – ҡытай кәбеҫтәһе, ҡырғыстан үткәрелгән ҡаты сыр, иң өҫкө ҡатҡа сырлы кириешки һалырға. Һәр ҡатҡа майонез яғыла.

Фото: интернет.
"Зодиак" салаты
Кәрәк: 0,5 кг шампиньон, 1 ҙур ғына һуған, 1 тауыҡ бото йәки түш ите, 2 ҡыяр, 2 йомортҡа, 1 һауыт маринадланған кукуруз, майонез, тоҙ, борос – тәменсә, ҡыҙҙырыр өсөн үҫемлек майы.

Әҙерләү тәртибе: Шампиньондарҙы таҙартабыҙ, турайбыҙ, тоҙлап еңелсә утта ҡыҙҙырып алабыҙ. Табаға май ҡойор алдынан, табаны ҡапҡас менән ябып, бәшмәкте әҙерәк бешереп алабыҙ һәм барлыҡҡа килгән һыуын түгәбеҙ. Һуғанды әрсейбеҙ, турап, ҡыҙҙырып алабыҙ. Шаҡмаҡлап бешкән тауыҡ итен, йомортҡа һәм ҡыярҙарҙы турайбыҙ. Бөтәһен дә салат һауытына һалабыҙ, кукуруз өҫтәйбеҙ, болғайбыҙ. Тоҙ, борос һибәбеҙ, тәменсә ҡарап, майонез һалабыҙ һәм тағы бер тапҡыр бутайбыҙ.

Фото: интернет.
Читайте нас: