Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
23 Декабрь 2019, 11:00

"ЯҢЫ ЙЫЛ ХУЖАҺЫ" салаты

Яңы йыл етеп килә! 31 декабрҙә һәр өйҙә ҡупшы шыршы ултыртып, уйынсыҡтар менән биҙәп, ғаилә менән күмәкләшеп бергә байрам итеү йолаһы бар.Уны нисек ҡаршылайһың, йылың шулай үтә. Шуның өсөн һәр ваҡытта ла өҫтәлгә тәмле ризыҡтар ултыртыла.

Яңы йыл етеп килә! 31 декабрҙә һәр өйҙә ҡупшы шыршы ултыртып, уйынсыҡтар менән биҙәп, ғаилә менән күмәкләшеп бергә байрам итеү йолаһы бар.
Уны нисек ҡаршылайһың, йылың шулай үтә. Шуның өсөн һәр ваҡытта ла өҫтәлгә тәмле ризыҡтар ултыртыла.
Бөгөн һеҙгә бер салаттың рецебын тәҡдим итмәксебеҙ. Ул «Яңы йыл хужаһы» тип атала.

Салатты эшләр өсөн 4 йомортҡа, 200 грамм ит тултырмаһы (ветчина) һәм сыр, 3-4 аш ҡалағы майонез, 2 тоҙло ҡыяр, 200 грамм картуф, бер баш һуған, маринадланған шампиньон кәрәк буласаҡ.
1. Картуфты әрсейбеҙ, бешерәбеҙ һәм ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Салаттың беренсе ҡаты әҙер.
2. Тоҙло ҡыярҙы шаҡмаҡлап турап, майонез менән бутап, картуф өҫтөнә һалабыҙ.
3. Өсөнсө ҡатта – ит тултырмаһы, һуған.
4. Йомортҡаларҙы бешерәбеҙ, яртыһын турап ҡатлайбыҙ. Ә ҡалғанын биҙәр өсөн алып ҡуябыҙ.
5. Бәшмәктәрҙе ике өлөшкә киҫергә ваҡыт етте. Бишенсе ҡатына шампиньондар һалабыҙ. Һәр ҡатына майонез һыларға онотмағыҙ.
6. Иң аҙаҡтан ваҡ итеп үткәрелгән сырҙы салат өҫтөнә һибәбеҙ.
Инде хәҙер ярты йомортҡанан сысҡандың – кәүҙәһен, бәшмәктән – ҡолаҡтарын, ҡара боростан күҙҙәрен эшләп ҡуябыҙ. Бына салатыбыҙ ҙа әҙер. Барығыҙға ла байрам кәйефе!

"Йәншишмә" гәзитенән.
Фото: интернет.
Читайте нас: