Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
22 Декабрь 2019, 23:05

Яңы йыл табыны ҡаҙһыҙ буламы?

Яңы йыл байрамы табынына күптәр ҡаҙ бешереп ҡуйыуға күнеккән. Уны нисек әҙерләйһегеҙ? Беҙ үҙебеҙҙең рецепты тәҡдим итәбеҙ. Ҡаршылаясаҡ байрамдарыбыҙ күңелле, табындарыбыҙ мул булһын!

Яңы йыл байрамы табынына күптәр ҡаҙ бешереп ҡуйыуға күнеккән. Уны нисек әҙерләйһегеҙ? Беҙ үҙебеҙҙең рецепты тәҡдим итәбеҙ. Ҡаршылаясаҡ байрамдарыбыҙ күңелле, табындарыбыҙ мул булһын!
Был ризыҡ, һис шикһеҙ, байрам өҫтәленең йәме. Уны әҙерләү өсөн беҙгә 2,5 килограмм ҡаҙ, бер-ике лимон, 3-5 тырнаҡ һарымһаҡ, дүрт алма, ике мандарин, бер кишер, бер аш ҡалағы тоҙ, тәмләткестәр кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә ҡаҙҙың эсен дә, тышын да һәйбәтләп йыуабыҙ. Әгәр ҙә йолҡолмаған йөндәре ҡалһа, алып бөтөрөргә кәрәк.
Тоҙҙо, һарымһаҡты, лимон һутын, ҡара һәм ҡыҙыл боростарҙы, тәмләткестәрҙе - майоран, дәрсен, розмаринды бергә ҡушып ныҡ итеп бутайбыҙ.
Артабан эслек әҙерләйбеҙ. Кишерҙең, мандариндың, алманың эстәрен таҙартабыҙ. Алманы дүрт өлөшкә ҡырҡабыҙ, кишерҙе ваҡлайбыҙ, мандаринды өлөштәргә бүләбеҙ. Уларҙы ҡаҙҙың эсенә тултырабыҙ. Шыплап тығырға ярамай. Тиреһе боҙолмаһын, һуты аҡмаһын өсөн. Шунан еп менән тегәбеҙ ҙә, төрөп, ике яғынан бәйләп, духовкаға 180 градусҡа сәғәт ярымға ҡуябыҙ. Өҫтө ҡыҙарып бешһен өсөн 10 минут ҡалғас төргәкте йыртып, аҡҡан майын өҫтөнә һалып ебәрәбеҙ.
Әҙер ҡаҙҙы матур ғына һауытҡа һалып, йәшелсәләр менән биҙәп өҫтәлгә ҡуябыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Autogear.ru
Рисаля Юмагулова
Читайте нас: