Ҡаҙ, өйрәктәрегеҙ һуйылып, эшкәртелеп, һыуытҡысҡа инеп ятты. Баҡсалағы уңыштарығыҙҙан консерваланған салаттар эшләп бөттөгөҙ. Ашҡабаҡтарығыҙ һаман да ултыралыр әле, моғайын. Әйҙәгеҙ, ҡаҙ, өйрәк итенән ашҡабаҡ мантыйы бешереп алайыҡ.
1 йомортҡа, ярты сынаяҡ ҡайнап һыуытылған һыу, тоҙ, он һалып, ҡамыр баҫабыҙ. Өйрәк йәки ҡаҙ итен, ашҡабаҡты , һуғанды ваҡ ҡына итеп турайбыҙ ҙа, борос, тоҙ һалып бутайбыҙ. Ҡамырҙы нәҙегерәк итеп йәйеп, эслекте һалып, мантыйҙар эшләйбеҙ һәм 45 -50 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ.