Эслек өсөн 1 кг ҡаҙ ите, 1 кг картуф, 250 г аҡ май, ике баш һуған, тоҙ, ҡара борос кәрәк.
Ҡамыр өсөн 2 йомортҡа, 200 г маргарин, ярты стакан һөт алына.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп йәйергә лә, бер өлөшөн табаға һалырға. Уға эслекте һалып, икенсе өлөшө менән
ҡапларға. Бәлеште майлап, уртаса ҡыҙыулыҡтағы мейестә сәғәт ярым бешерергә.
Бешергәндә эслеккә аҙ ғына һурпа ҡойорға кәрәк. Ашығыҙ тәмле булһын!