*Яңы йыл табынына майонезлы салаттар әҙерләгегеҙ килә икән, майонезды үҙегеҙ эшләһәгеҙ яҡшыраҡ һәм файҙалыраҡ та буласаҡ. Бының өсөн ҡаты итеп бешерелгән йомортҡа һарыһына бер сәй ҡалағы горчица ҡушып, иҙелгән массаны ҡаймаҡҡа йәки йогуртҡа һалып бутарға ғына кәрәк.
*Ҡаймаҡтан подлив яһарға уйлаһағыҙ,уға бер аҙ һөт ҡушырға кәрәк, шулай эшләһәң, ул эремәҫ.
*Ҡыҙыл сөгөлдөр яҡынса 3-3,5 сәғәт бешә. Әгәр салат яһар өсөн ҡыҙыл сөгөлдөр тиҙ кәрәк булһа, уны бер сәғәт ҡайнатығыҙ ҙа 10 минут һалҡын һыу аҫтында тотоғоҙ.
*Соус яһағанда аҡ шарап урынына ике шәкәр киҫәген уксуста эретеп һалырға ла мөмкин.
*Шыйыҡ йомортҡаны - 2-3, уртасаны - 4-5, ә ҡатыны 8-10 минут бешерергә кәрәк.
*Әгәр йомортҡаны көслө утта бешерһәң, ағы - ҡаты, ә һарыһы йомшаҡ булып бешә. Ә инде талғын утта бешерһәң, һарыһы - ҡаты, ағы йомшаҡ була. Йомортҡаны аҡрын утта бешерергә кәңәш ителә.
*Итте табынға бирер алдынан ғына ҡыҙҙырырға кәрәк. Әгәр уны алдан ҡыҙҙырып ҡуйһағыҙ, тәме бөтөнләй юғала.
*Итте мейестә ҡыҙҙырғанда өҫтөнә һалҡын һыу ҡоярға ярамай, ул ҡатып китәсәк. Уны ҡыҙҙырғанда бүленеп сыҡҡан һутын йә иһә ҡайнар һурпа һибергә кәрәк.