Яңы һуйылған ҡаҙҙы, йәки туңдырғыстағы ҡаҙҙы алып иретеп, йыуып, ҡоро сепрәккә һалып ҡуябыҙ. Аҙаҡ тышын да, эсен дә яҡшылап тоҙ менән ышҡырға кәрәк. Эсен тоҙлаһаң - ул күгәрмәй. Ҡаҙҙы ҡағыҙға төрөп, ҡараңғыраҡ урынға элеп ҡуйырға. Май айҙарында эсенән тоҙон алырға, йыуырға һәм өҫтөнә ҡайнар һыу һибергә. Ҡояш төшә торған урынға элеп ҡуйырға. Ҡояш яҡшы ҡыҙҙырғанда, 2-3 көндән, йәки ҡаҙҙың майы үтә күренмәле була башлағас, әҙер тигән һүҙ.
Ҡаҡланған ҡаҙҙы һыуытҡысҡа ҡуймағыҙ, тәме юғаласаҡ. Ҡояшлы урында ла тотмағыҙ, кибеп төшәсәк. Уны һалҡынса, ҡояш төшмәй торған урында һаҡлағыҙ.