Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
7 Ноябрь 2019, 22:21

Тәмле лә, туҡлыҡлы ла

Уңған хужабикәләр иғтибарына яңы рецепт тәҡдим итәбеҙ. Самсаны һеҙ нисек әҙерләйһегеҙ? Ә беҙ ошолай. Үҙебеҙгә һаҡлап ҡуяйыҡ – һис шикһеҙ, кәрәге тейер.

Уңған хужабикәләр иғтибарына яңы рецепт тәҡдим итәбеҙ. Самсаны һеҙ нисек әҙерләйһегеҙ? Ә беҙ ошолай. Үҙебеҙгә һаҡлап ҡуяйыҡ – һис шикһеҙ, кәрәге тейер.


Самсаның ҡамыры өсөн 200 грамм ҡаймаҡ, 100 грамм ҡайнаған һыу, бер сәй ҡалағы тоҙ, бер семтем сода, 600 грамм он алабыҙ.


Эслеккә: һыйыр итенән 400 грамм фарш, 350 грамм башлы һуған, ике аш ҡалағы көнбағыш майы, бер әсе борос, тоҙ, өҫтөнә һибеү өсөн кунжут, һөртөргә – йомортҡа.
Башта ҡайнаған һыуға тоҙ, сода, он һалып ҡамыр баҫабыҙ. Йомшаҡ ҡына килеп сыға. Эслек төрлөсә булырға мөмкин. Майлыраҡ һыйыр итенең фаршын алабыҙ. Тоҙ, һуған, әсе борос ҡушып баҫабыҙ. Әҙерәк кенә көнбағыш майы ҡушып ебәрәбеҙ. Һуғанды ҡулдан эрерәк ярым түңәрәк итеп киҫәбеҙ.


Ҡамырҙы өлөштәргә бүләбеҙ. Бер өлөшөн бәләкәй генә итеп йәйәбеҙ. Эсенә әҙер фаршты һалып сығабыҙ. Тирә-яғын йәбештереп, өсмөйөш формаһында эшләйбеҙ. Артабан формаға ҡағыҙ йәйеп, самсаларҙы теҙеп сығабыҙ. Өҫтөнә йомортҡа һөртөп, кунжут һибәбеҙ.


Духовкала 190 градуста өҫтө ҡыҙарғансы 35-40 минут бешерәбеҙ.


Самсаны эҫе көйөнсә ашайҙар. Ашығыҙ тәмле булһын!

Рисәлә ЙОМАҒОЛОВА.


Фото: Domoidostavim.ru

Читайте нас: