Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
16 Октябрь 2019, 02:00

Яман шеште булдырмай

Боланут сәйен (иван-чай) йәй көнө алдан өйрәткәнсә, йыйып киптергәнһегеҙҙер, моғайын. Әгәр өлгөрмәһәгеҙ, магазиндарҙа ла һатыла ул хәҙер.

Боланут сәйен (иван-чай) йәй көнө алдан өйрәткәнсә, йыйып киптергәнһегеҙҙер, моғайын. Әгәр өлгөрмәһәгеҙ, магазиндарҙа ла һатыла ул хәҙер.


Көҙгө һыуыҡтарҙа иммунитетты күтәреү, организмға көс туплау өсөн боланут сәйе эсер ваҡыт етте, сөнки ул һаулыҡҡа ныҡ файҙалы. Унда С витамины цитрустарға ҡарағанда өс тапҡыр күберәк. Бынан тыш, каротин, тимер, баҡыр, марганец һәм башҡа матдәләргә бай. Ҡан яңырыуына, тамырҙар нығыныуына, тәндән токсиндарҙы, радиацияны сығарыуҙа булышлыҡ итә. Ул яраларҙың бөтәшеүенә, эндокрин системаһы ауырыуҙарына ҡаршы тора, хатта яман шештең барлыҡҡа килеүен тотҡарлай.


Боланутты «ирҙәр сәйе» тип тә йөрөтәләр, сөнки енси ҡеүәткә ыңғай тәьҫир итә, простата ауырыуҙарынан файҙалы. Ҡатын-ҡыҙ һаулығы өсөн дә ыңғай йоғонто яһай. Шулай уҡ йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғанда нервы системаһын нығыта, стресс, депрессиянан һаҡлай, баш ауыртыуҙы баҫа.


Аллергиянан яфаланһағыҙ, йә тынысландыра торған дарыуҙар эсәһегеҙ икән, алдан табип менән кәңәшләшергә кәрәк.


Кофеинһыҙ, тәме буйынса йүкә сәйенә оҡшаған, бар яҡтан да шифалы сәйҙе эсеп, ауырымай, һыҙламай йәшәйек, дуҫтар!


Мәҡәләне әҙерләгәндә З.В. Ғүмәровтың «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре» китабын файҙаланылды.


Миләүшә БАТЫРОВА әҙерләне.


Фото: pixabay.com

Читайте нас: