Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
7 Октябрь 2019, 02:00

Көҙ бүләген йыймай ҡалмайыҡ

Әсе, ләкин файҙалы баландың үҙенсәлектәре хаҡында мәғлүмәт биреүҙе дауам итәбеҙ. Тәбиғәттә бер ни ҙә юҡҡа булдырылмаған – һәр ниғмәтте белеп файҙаланайыҡ, үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың һаулығына иғтибарлы булайыҡ, дуҫтар.

Әсе, ләкин файҙалы баландың үҙенсәлектәре хаҡында мәғлүмәт биреүҙе дауам итәбеҙ. Тәбиғәттә бер ни ҙә юҡҡа булдырылмаған – һәр ниғмәтте белеп файҙаланайыҡ, үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың һаулығына иғтибарлы булайыҡ, дуҫтар.


Емештең составында аскорбин кислотаһы һәм бик көслө антиоксиданттар бар. Берәй ауырыу менән оҙаҡ сирләгәндән һуң тап уның ярҙамында аяҡҡа баҫҡандар күп, сөнки балан С витаминына бай – күләме алмаға, тоҙланған кәбеҫтәгә, хатта цитруслыларға ҡарағанда ла күберәк.


Был емештә тағы каротин, К, Р витаминдары, цинк, натрий, марганец, кальций, молибден, кобальт, фосфор, никель, цирконий, титан, калий, магний кеүек микроэлементтар һәм минералдар, 13 төрлө аминокислота, эфир майҙары һәм кеше организмы өсөн кәрәкле тағы бихисап файҙалы матдәләр бар.


Ҡан яһалышы, яңырыуы өсөн бик мөһим булған тимер ҙә мул баланда. Уның микробтарға ҡаршы тороу, йәрәхәттәрҙе тиҙ төҙәтеү, бәүел һәм үт ҡыуҙырыу, организмды нығытыу көсөнә эйә икәнлеген фән дәлилләй. Шуға ла табиптар ангина, тонзиллит менән сирләгәндә, үпкә ауыртҡанда, бронхиттан интеккәндә, йүтәл бөтмәй йөҙәткәндә балан сәйе эсергә кәңәш итә.


Һәр файҙалы нәмәнең дә кемгәлер зарары булыуы ихтимал. Баланды ла эс ҡатыуҙан интеккән, ҡаны бик тиҙ ойошҡан, ҡан баҫымы түбән булған һәм ауырлы ҡатындарға күп ҡулланырға ярамай.




Самат ҒӘЛИН.


Фото: yandex.com

Читайте нас: