Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
4 Октябрь 2019, 02:00

Табындарыбыҙ мул, күңелебеҙ көр булһын!

Һәр беребеҙ өсөн иң мөһиме – өй йылыһы. Йортобоҙ һәр саҡ бәхет менән тулы, табындарыбыҙ мул булһын. Ошо уңайҙан хужабикәләргә манты рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Һәр беребеҙ өсөн иң мөһиме – өй йылыһы. Йортобоҙ һәр саҡ бәхет менән тулы, табындарыбыҙ мул булһын. Ошо уңайҙан хужабикәләргә манты рецебын тәҡдим итәбеҙ.


Мантының ҡамырын әҙерләү өсөн 3 стакан он, 1 йомортҡа, ярты стакан һыу, тоҙ кәрәк.

Эслеккә: 1 килограмм ит, 500 грамм һуған, ярты стакан тоҙло һыу, 1,5 балғалаҡ тарттырылған ҡара борос, 150 грамм эс майы.


Ҡамырҙы билмәнгә әҙерләгән кеүек йәйәләр. Итте, майҙы ит турағыстан үткәреп, саҡ ҡына туралған һуған, борос, бер аҙ тоҙло һыу ҡушып бутайҙар. Ҡамырҙы дүрткел итеп ҡырҡып, эсенә итте һалып, дүрт мөйөштө бергә килтереп йәбештерәләр. Әҙерләп бөткәс, кипмәһендәр өсөн, таҫтамал менән ябып торалар.


Манты бешерә торған ҡатлы махсус кәстрүлдең тәрилкәләрен ҡамыр йәбешмәһен өсөн майлайҙар. Мантыларҙы бер-береһенә йәбешмәҫлек итеп теҙәләр. Парға ҡуйыр алдынан манты өҫтөнә һалҡын һыу бөркәләр һәм, ҡапҡасын ябып, 45 минут бешерәләр. Әгәр ҙә бешкән ваҡытта мантылар кибә башлаһа, эҫе һыу ҡойорға мөмкин.


Мантыны ҡайнар килеш ашайҙар. Өҫтөнә май, ҡаймаҡ йә йылы һурпа ҡойорға була.
Ашығыҙ тәмле булһын!


Рисәлә ЙОМАҒОЛОВА.


Фото: Yandex.by сайтынан.

Читайте нас: