Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
28 Сентябрь 2019, 02:00

Нимә ашағаныңды бел

Бер генә дарыу ҙа, витаминдар ҙа кешегә һаулыҡ өҫтәмәй. Сәләмәтлек нигеҙе – тәү сиратта, дөрөҫ туҡланыуҙа, дөрөҫ тормош рәүеше алып барыуҙа. Магазинда һатылған һәр аҙыҡ-түлектең сифаты ҙур һорау тыуҙырған, зыянлы фастфуд һәм уға оҡшаш ризыҡтар популяр булған заманда тәбиғи шарттарҙа үҫтерелгән йә етештерелгән, экологик йәһәттән таҙа ризыҡҡа ихтыяж йылдан-йыл арта.

Йәшелсә – витамин сығанағы



Бер генә дарыу ҙа, витаминдар ҙа кешегә һаулыҡ өҫтәмәй. Сәләмәтлек нигеҙе – тәү сиратта, дөрөҫ туҡланыуҙа, дөрөҫ тормош рәүеше алып барыуҙа. Магазинда һатылған һәр аҙыҡ-түлектең сифаты ҙур һорау тыуҙырған, зыянлы фастфуд һәм уға оҡшаш ризыҡтар популяр булған заманда тәбиғи шарттарҙа үҫтерелгән йә етештерелгән, экологик йәһәттән таҙа ризыҡҡа ихтыяж йылдан-йыл арта.


Әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр әҙерләгән иҫ киткес тәмле аштарҙы иҫкә алайыҡ. Улар, ғөмүмән, һурпаһыҙ йәшәп булмай, милли аш-һыу нигеҙен тап тәмле, һурпалы ризыҡтар тәшкил итә, тип иҫәпләй. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең төбәктә күберәк итле ризыҡтарға өҫтөнлөк бирһәләр ҙә, йәшелсәнән бешерелгән һурпаның да файҙаһы хаҡында белеү, уның нигеҙендә тәмле аштар бешереү зарур.


Ғөмүмән, сәләмәтлек өсөн йәшелсә һурпаһының файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Шулай уҡ ул иң арзанлыһы ла. Ғәҙәттә, беҙ йәшелсә ҡабыҡтарын һәм ҡалдыҡ­тарын сүп-сар биҙрәһенә оҙатырға күнеккәнбеҙ, уларҙан ниндәй файҙалы аҙыҡ сығасағын уйлап та ҡарамайбыҙ. Әлбиттә, һурпаны бөтә йәшелсәнән дә әҙерләргә мөмкин, әммә булғанды тәләфләмәйбеҙ тиһәгеҙ, ҡалдыҡтарға ла иғтибар итегеҙ.


Бының өсөн туңдырғыста айырым контейнер ҡуйырға була. Күләме ике литрҙан дә бәләкәйерәк булмаһын, ҡапҡасы ныҡлы ябылһын. Уны төрлө аҙыҡ-түлек әҙерләгәндә тултыра барығыҙ. Контейнер тулһа, һурпа ҡайнатығыҙ. Бының өсөн йәшелсә киҫәктәрен иретмәйенсә генә кәстрүлгә һалығыҙ, 2,5 литр самаһы һыу ҡойоғоҙ, ҡайнап сыҡҡас, тоҙ, тәмләткестәр өҫтәгеҙ: борсаҡлы борос, баҙыян, кориандр, зира һәм башҡа үләндәр булыуы ихтимал. 30 минут самаһы ҡайнатҡандан һуң, һыуытығыҙ, һөҙөгөҙ. Хәҙер үк кәрәк булмаһа, порцияларға бүлеп туңдырырға була.


Үтә күренмәле һурпа серҙәре:


1. Йәшелсә ҡабыҡтарын-ҡалдыҡ­тарын артабан ҡулланабыҙ тиһәгеҙ, таҙартыр алдынан һәр ҡайһыһын тәфсирләп йыуығыҙ.

Ул саҡта һуған, пастернак, ҡабаҡ, кишер ҡалдыҡтары, һабаҡлы сельдерейҙың өлөштәре, сельдерей бүлбеһе ҡабыҡ­тары, помидорҙың һабаҡҡа тоташҡан урындары, имбирь тамыры киҫәктәре, хатта һарымһаҡ өлөштәре – барыһы ла һурпаға яраясаҡ.


2. Йәшелсә һурпаһы өсөн иң кәрәкле өҫтәмәләрҙең береһе – ялпаҡ һуғандың (лук-порей) йәшел өлөштәре.

Ҡыяҡтарын яҡшылап йыуығыҙ, араһында ҡом-фәлән ҡалмаһын. Уларҙы 8 – 10 сантиметр оҙонлоғонда турағыҙ һәм контейнерҙа туңдырығыҙ.


3. Тәмле һәм файҙалы һурпаны йәшел үләндәрҙән дә бешерергә мөмкин.

Мәҫәлән, петрушка, укроп, кинза (тамыры менән), базилик, тархун, кейәү үләндәренән бына тигән һурпа килеп сығасаҡ.


4. Йәшелсә һурпаһына бер аҙ ит тәме һәм төҫө ҡушырға теләйһегеҙме?

Улайһа һурпа әҙер булырға 5 – 10 минут ҡалғас, бешкән бер нисә тауыҡ ҡанатын, ҡуры­лған тауыҡ ботон йә уның һөйәген өҫтәгеҙ.


5. Йәшелсә һурпаһын бәшмәктәр ҙә тәмләндерә.

Бының өсөн көләпә, шиитаке, ҡарама бәшмәктәренең һабаҡтары бара, үҙенсәлекле тәм өҫтәй.


Ошо хаталарҙы ебәрмәгеҙ:


* Йәшелсә һурпаһына бер ваҡытта ла кәбеҫтәнең күсән үҙәген, төҫлө кәбеҫтәнең һабағын ҡушмағыҙ: улар һурпаға тотороҡло, үҙенсәлекле тәм бирәсәк, башҡа йәшелсәнең тәмен тулыһынса аласаҡ. Ә бына брокколи кәбеҫтәһенең һабағын ҡулланырға мөмкин.


* Лавр япрағын һурпала ҡалдырмағыҙ. Был йәшелсә һурпаһына ғына түгел, башҡа ризыҡтарҙы әҙерләүгә лә ҡағыла. Өс-дүрт минут кәстрүлдә тотҡандан һуң, уны ташлау фарыз, сөнки лавр бик көслө камфоралы тәм бирәсәк, ризыҡ үҙ тәмен юғалтасаҡ.


* Розмарин һабағы ла кәстрүлдәге башҡа йәшелсә-үләндәрҙең тәмен ала. Шуға уны ҡулланмау яҡшыраҡ.


* Артыҡ күп тоҙ һалынған һурпаны дөгө йәки картуф һалып ипкә килтереп була тигәнгә ышанмағыҙ. Һеҙгә тағы бер тапҡыр йәшелсә һурпаһын тоҙһоҙ бешерергә һәм тәүге өлөш менән ҡушырға тура киләсәк.


Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әҙерләне.



Фото: интернет.


Читайте нас: