Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
26 Сентябрь 2019, 02:00

Дөгөлө салат

Был салатты әҙерләү өсөн 800 г болғар боросо, 400 г ҡабаҡ, 800 г помидор, 1 стакан дөгө, 100 г шәкәр, 1 ҡалаҡ тоҙ, 50 мл аш һеркәһе алына.

Был салатты әҙерләү өсөн 800 г болғар боросо, 400 г ҡабаҡ, 800 г помидор, 1 стакан дөгө, 100 г шәкәр, 1 ҡалаҡ тоҙ, 50 мл аш һеркәһе алына.


Боросто орлоғонан таҙартып, ҡабаҡты ла шулай уҡ ҡабығынан, орлоҡтарынан таҙартып, оҙонсалап турарға. Помидорҙың тышын таҙартып, ҙур булмаған шаҡмаҡтарға ҡырҡҡыларға. Ҙур кәстрүлгә бөтә йәшелсәне, дөгөнө һәм башҡа компоненттарҙы һалып, болғата-болғата ҡайнатып сығарырға һәм талғын утта 30–35 минут ҡайнатырға. 3–5 минут ҡалғас, аш һеркәһе өҫтәргә. Салат әҙер булғас, стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡасын ябып, һыуытырға ҡуйырға.




Фото: Яндекс



Читайте нас: