Бешерергә яратмаған ҡатын-ҡыҙ бик һирәктер. Үҙеңдең яҡындарыңды тәмле-татлы менән һыйлап, уларҙың рәхмәтен ишетеү хужабикә өсөн үҙе бер һөйөнөс. Беҙ һеҙгә бөгөн сейә һәм эремсектән бәлеш рецебын тәҡдим итәбеҙ.
Ондо иләргә лә уға тоҙ менән шәкәр пудраһын өҫтәргә. Уға киҫәктәргә бүлеп һыуыҡ аҡ майҙы һәм йомортҡа һарыһын ҡушырға. Бөтәһен бергә ыуаларға. Унан һөт ҡойоп, ҡамыр баҫырға. Тик һөттө яйлап ҡына, бүлеп-бүлеп ҡойоғоҙ. Самалағыҙ, артыҡ булғандай булһа, ҡоймағыҙ. Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйеп, ситтәрен ҡалҡытып табаға урынлаштырығыҙ. Унан төбөн сәнске ҡалаҡ менән тишкеләп һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Ул арала эслек әҙерләйбеҙ. Эремсекте йомшаҡ сыр менән бергә бутайбыҙ. Уға шәкәр, ҡаймаҡ, ванилин, йомортҡа ҡушырға, яҡшылап болғатырға. Ә сейәгә крахмал һалабыҙ.
Һыуытҡыстан ҡамыр йәйелгән табаны алып, уға эремсекле ҡатышманы, унан крахмал менән буталған сейәне уның эсенә батырынҡырап һалырға.