Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
20 Сентябрь 2019, 02:00

“ҠАРТЛЫҠ КИЛМӘҺЕН ТИҺӘҢ – КӘЗӘ ҺӨТӨ ЭС”

Шулай ҙа был һөттө дөрөҫ эсә лә белергә кәрәк. Теләгән бер ваҡытта, оҙаҡ тотолғанын эсеп кенә дауаланып булмай.

Шулай ҙа был һөттө дөрөҫ эсә лә белергә кәрәк. Теләгән бер ваҡытта, оҙаҡ тотолғанын эсеп кенә дауаланып булмай. Иң тәүҙә шуны билдәләргә кәрәк: яңы ғына һауылған һөттән дә файҙалырағын тапмаҫһығыҙ. Уны көнөнә ике тапҡыр эсергә мөмкин. Балаларға биргәндә, саҡ ҡына ҡайнатылған һыу ҡушырға кәрәк. Әйткәндәй, һөттөң файҙаһы уны айырым ҡулланғанда нығыраҡ һиҙелә. Тимәк, үҫмерҙәр һәм ололар өсөн һөткә бер нәмә лә ҡушмау отошло.


Кәзәгә теләһә нимә ашатырмын да, туйыр әле, тип уйламағыҙ. Ул, һыйыр кеүек, аяҡ аҫтында ятҡан бөтә нәмәгә лә ябырылмай. Был хайуан файҙалы матдәләргә бай булған аҙыҡты ғына ашай. 1 литр һөт алыу өсөн 200 грамм концентрат һәм бесән кәрәк буласаҡ. Уйлап ҡараһаң, кәзәне туйҙырыу бик еңел, дөрөҫөрәге, уға күп аҙыҡ кәрәкмәй. Шул уҡ ваҡытта ул йылына 500-600 литр һөт бирә. Һәйбәт кәзәнән тәүлегенә 5-9 литр һөт һауырға мөмкин.


Кәзәнең бик һәйбәт бер яғы бар – ул бер ваҡытта ла туберкулез менән ауырымай. Тимәк, һөтөн ҡайнатмаған көйө эсеү ҡурҡыныс түгел. Кәзә һөтөнөң еҫе тәмһеҙ, тиеүселәр бар. Дөрөҫ, тик уның ниндәй булыуы ту-лыһынса хужаның уңғанлығына бәйле, таҙа урында аҫралған кәзәнең һөтө бер ваҡытта ла тәмһеҙ еҫ аңҡытмаясаҡ. Әйткәндәй, кәзәне һауғандан һуң елененә массаж эшләргә онотмағыҙ.


Кәзә бесәндең күгәрмәгәнен генә ашай. Шулай уҡ уға көн һайын ҡатнаш аҙыҡ бирергә кәрәк. Был малдың бер тәүлектә ашаған аҙығы күп төрлө булыуы яҡшы. Ҡышын, кәзә һарайҙа торғанда, уларға миндек ашатыу отошло. Хатта ҡайһы бер тәжрибәле кәзә аҫраусылар, уға көн һайын бер миндек ашатырға кәрәк, тип раҫлай. Ысынлап та, яҙын әҙерләп ҡуйған миндек – кәзә организмы өсөн тиңе булмаған аҙыҡ, мал уны бик яратып ашай. Миндектәрҙе япраҡлы ағастарҙан бәйләйҙәр, ылыҫлы ағастыҡы ла ярай. Шуға ла, мөмкинлек булғанда, бер кәзә өсөн 80-100 миндек әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Миндектәрҙе яҡшылап елләтелгән урында һаҡлайҙар, уларға ямғыр тейергә тейеш түгел.


Кәзәнең ите тәмле лә, файҙалы ла. Һимертелгән оло кәзәнең ите 20-28 килограмға етә. Тик ниңәлер ул әллә ни киң ҡулланылмай. Әлеге лә баяғы шул үҙенсәлекле еҫе арҡаһындалыр инде. Ҡабатлап әйткәндә – таҙа урында тотолған кәзәнең һөтө лә, ите лә насар еҫ сығармай. Шуға ла уларҙы башҡа малдан айырым тоторға кәңәш итәләр. Ошондай шартта кәзә насар еҫте үҙенә һеңдермәйәсәк. Кәзәне хатта ҡартайып, бәрәсләмәй башлағас һуйһаң да, итен ашарға ярай. Ите сифатлы һәм тәмле булһын өсөн кәзә бәрәсен бер йәше тулғанға тиклем мотлаҡ бестерергә кәрәк.


Кәзә һайлап алыу – етди эш. Малдың тоҡомона ла, тышҡы ҡиәфәтенә лә иғтибар итегеҙ. Һәйбәт кәзә иғтибарлы, әкрен ҡуҙғалыусан, артыҡ һимеҙ булмай. Уның дебете лә сеймәлеп тормай. Малдың киң күкрәкле булыуы уның үпкәһенең яҡшы үҫешкәнен күрһәтә. Тимәк, бындай кәзәләр сыҙамлы була. Һөт кәзәһенең елене тулы һәм йомшағыраҡ, дөрөҫ формала булырға тейеш. Әгәр ул ҡатҡыл, итләс икән, малдың һөтө аҙ, тигән һүҙ. Ә инде тәкәләр инә малдан әүҙемерәк тә, һимеҙерәк тә була, уларҙың тиктормаҫ булыуын да билдәләргә кәрәк.


Кәзә тиреҫе иһә баҡса өсөн алмаштырғыһыҙ ашлама, ул бер квадрат метрға һыйыр тиреҫенән ике-өс тапҡырға аҙыраҡ талап ителә. Әлбиттә, ҡалын тиреҫ кәзә һарайын йылытып та тора, әммә таҙалыҡ тураһында оноторға ярамай. Шуға ла уны йыш ҡына сығарып торорға тура килер. Дөрөҫ ҡарағанда, кәзә бик һирәк ауырый. Кәзәгә таҙа һыу ғына эсерергә кәрәк, шулай уҡ тоҙ бирергә лә онотмағыҙ.

Бронхиттан. Һөттө ҡайнатып, һыуытҡас, бер балғалаҡ бал һәм әҙерәк бурһыҡ майы ҡушып, яҡшы итеп бутарға кәрәк. Шифалы коктейлде бер аҙна буйы көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә тәҡдим ителә.

Йүтәлдән. Һөттө ҡайнатып сығарғас, бер аҙаҡ май һәм кәзә майы ҡушырға. Көнөнә өс тапҡыр эсергә.

Геморройҙан. Ас ҡарынға кәзә һөтөнөң эремсек һыуын эсергә кәрәк. Уға ике балғалаҡ тоҙ ҙа өҫтәгәндә, ашҡаҙанды таҙартыу өсөн бик яҡшы сара килеп сыға.


Кәзә һөтөн һап-һау кешеләргә лә туҡланыу рационына индерергә тәҡдим ителә. Ул арыуҙы баҫа, нервыларҙы тынысландыра, депрессиянан арындыра, стрестан һаҡлай. Киҙеү һәм киҫкен респиратор ауырыуҙар көсәйгән мәлдә эскәндә, был сирҙәр һеҙгә ҡурҡыныс булмай.

Ҡымыҙ әҙерләү
Ҙур ғына һауытҡа ойотҡо һалып, өҫтөнә кәзә һөтөн ҡояһың да, борсаҡ кеүек ҡыуыҡсалары бөткәнсе һелкетәһең. Ары үтһәң дә, бире үтһәң дә һелкетә торғас, ҡымыҙ әҙер була.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН.

Фото: интернет.


Читайте нас: