Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
10 Сентябрь 2019, 02:00

Бәшмәк осоро

Бәшмәк йыйырға яратыусылар күп, ә бына уларҙың араһында ағыулыһы эләкмәҫ тип ныҡлы әйтә алаһығыҙмы?

Бәшмәк йыйырға яратыусылар күп, ә бына уларҙың араһында ағыулыһы эләкмәҫ тип ныҡлы әйтә алаһығыҙмы?


Быйыл бәшмәк уңды. Һөҙөмтәлә ошо осорҙа бәшмәк ашап ағыуланыусылар ҙа байтаҡ булды. Ошо көндәрҙә республиканың Дыуан районында ете кеше бәшмәк ашап ағыуланған. 4 сентябрҙә булған хәлдән һуң да бәшмәккә тотонмаҫтай булырһың. 62 йәшлек ҡатын ғаиләһен бәшмәк бәлеше менән ҡыуандырырға теләй. Асыҡланыуынса, өҫтәлгә әҙерләнгән бәлешкә бәшмәкте ҡатын 8 йәшлек ейәне менән йыйған булған. Уңған хужабикә бәшмәк бәлешенән ауыҙ итергә тип, күрше ғаиләһен дә саҡыра.


Тик киске аштан һуң ғаилә ағзалары ла, ҡунаҡтар ҙа үҙҙәрен насар хис итә башлай. Бәшмәк бәлеше ашаған ете кеше дауаханаға эләккән, ололар араһында 8, 9 һәм 11 йәшлек балаларҙың булыуы аяныслы. Ололар шунда уҡ реанимацияға эләгә, хәлдәре ауыр. Балаларҙың хәлдәре тәүҙә уртаса тип билдәләнһә, төнгө 12-нән һуң уларҙы ла реанимацияға күсерәләр.


Аҡ бәшмәк тә ағыулай ала


Белеп ҡуйығыҙ: таныш бәшмәкте лә ашап, ағыуланырға мөмкин. Көн торошона бәйле рәүештә, бәшмәктә файҙалы һәм ағыулы матдәләрҙең кимәле үҙгәрә. Ашауға яраҡлыһында ла микродозаларҙа синиль кислотаһы һәм мышаяҡ бар бит. Йәй ни тиклем эҫерәк, уларҙың кимәле лә шунса күберәк. Юғары температура бәшмәктең тиҙ ҡартайыуына, аҡһымдарҙың тарҡалыуына килтерә. Ә уның сереүенән барлыҡҡа килгән матдәләр “үлек ағыуы”на тиң тиерлек. Шуға ла ашарға яраҡлы бәшмәк менән эҫе көндәрҙә йышыраҡ ағыуланалар. Аҡыллыға – ишара: ҡояш ҡыҙҙырған ваҡытта, бәшмәк йыям, тип ауыҙ асмауың хәйерле.


Әгәр ағыуланһағыҙ


Быны 30 минуттан, бер нисә сәғәттән, хатта ашағандан һуң бер тәүлек үткәс тә түбәндәге симптомдар буйынса белергә мөмкин:


- эс ауырта, ҡоҫтора, күңел болғана, хәл бөтә, баш ауырта, ныҡ тирләтә, температура күтәрелә;

- ауыр осраҡтарҙа тән тартыша, кеше иҫен юғалта, һаташа, бәүеле булмай.


Ағыуланыуға шик тыуһа, шунда уҡ “Тиҙ ярҙам” саҡыртығыҙ!


“Тиҙ ярҙам” килгәнгә тиклем ағыуҙың ҡанға һеңеүен кәметергә кәрәк:


- мөмкин тиклем күберәк һыу эсерергә;

- тел төбөнә баҫып, ҡоҫторорға;

- ағыуланған кешене ятҡырып, юрған менән ябырға, аяғына грелка ҡуйырға;

- тоҙло һыу эсерергә (бер стакан һыуға 1 балғалаҡ тоҙ).


Ашауҙан һуң тороп ҡалған бәшмәкте ташламағыҙ – табипҡа күрһәтегеҙ. Нимә менән ағыуланғанды белгәндә, дөрөҫ дауа тәғәйенләүе еңелерәк буласаҡ.


ИҒТИБАР ИТЕГЕҘ!


Бәләкәс балаларға бәшмәк ашатмағыҙ! Сөнки уларҙа әлегә был аҙыҡты эшкәртә торған ферменттар юҡ.


Ҡарт бәшмәкте йыймағыҙ – унда токсиндар күп.


Урманға полиэтилен пакет менән йөрөмәүең хәйерле – һауа булмағанда бәшмәк күҙ асып йомғансы боҙола.


Сүплектәге, юл буйындағыларын ашар¬ға ярамай – тирә-яҡ мөхиттән зарарлы матдәләрҙе үҙенә йыйыу һәләтенә эйә.



Читайте нас: