Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
7 Сентябрь 2019, 02:00

Ҡыш яҡшы һаҡланһын тиһәң...

Ҡышҡылыҡҡа һаҡлау өсөн картуфты йәрминкәләрҙә алырға уйлаһағыҙ, иғтибарлы булығыҙ. Һуң өлгөрә торған сорттарға өҫтөнлөк бирегеҙ – улар яҡшыраҡ һаҡлана.

Ҡышҡылыҡҡа һаҡлау өсөн картуфты йәрминкәләрҙә алырға уйлаһағыҙ, иғтибарлы булығыҙ. Һуң өлгөрә торған сорттарға өҫтөнлөк бирегеҙ – улар яҡшыраҡ һаҡлана.


Картуфтың һарырағы алһыу төҫтәгегә ҡарағанда “сыҙамлыраҡ”.


Әлбиттә, бәрәңге таҙа һәм ҡоро булырға тейеш, балсыҡлыһын алмағыҙ. Әгәр еүеш, тупраҡлы икән, насар һаҡланасаҡ.


Бүлбеләр йәшелләнгән булмаһын. Тәүҙә бер аҙ ғына алып, бешереп ҡарағыҙ. Тәмле булһа, күберәк итеп алырһығыҙ.


Бәрәңгене ярып ҡарағыҙ. Эсендә серегән урындар, ҡара таптар булмаһын. Еҫкәп та ҡарау мөһим – серек еҫе килмәһен.


Бәрәңгене тартмаларға һалып һаҡлағыҙ. Иҙәндән 15-20 см бейеклектәге урындыҡҡа урынлаштырығыҙ. Стена буйына ҡуймағыҙ. Урын елләтелә торған булһын.


Бәрәңге араһына ике-өс алма һалығыҙ. Шулай итһәң, бәрәңге шытмаҫ.


Самат ҒӘЛИН.


Фото: La57.ru

Читайте нас: