Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
5 Сентябрь 2019, 02:00

Лилиә Биктимерова лечо эшләргә өйрәтә

Яңыраҡ ҡына яратҡан йырсыбыҙ Лилиә Биктимерова беҙҙе ташҡабаҡтан икра эшләргә өйрәткәйне. Әле иһә ул ғаиләләрендә яратып ашаған лечо рецебын тәҡдим итә.

Яңыраҡ ҡына яратҡан йырсыбыҙ Лилиә Биктимерова беҙҙе ташҡабаҡтан икра эшләргә өйрәткәйне. Әле иһә ул ғаиләләрендә яратып ашаған лечо рецебын тәҡдим итә.
“Быйыл йәй, Аллаға шөкөр, йәшелсәбеҙ уңды. Ҡатын-ҡыҙҙар барыбыҙ ҙа ҡышҡылыҡҡа ҡабымлыҡтар әҙерләйбеҙ. Был көндәрҙә Гөлназымдың яратҡан лечоһын яһаным.
Йәнекәйҙәрем, ҡыҙҙарым, нисек яһаның тип бик күп һорауҙарығыҙ килә, шуға ошонда пост яҙам”, – ти ул Инстаграмдағы сәхифәһендә.
Шулай итеп Башҡортостандың атҡаҙанған артисы кеүек лечо яһар өсөн кәрәк:
3 кг помидор, 3 кг кишер, 3 кг ташҡабаҡ, 3 кг татлы борос, 1 стакан (200 мл) үҫемлек майы, 150 мл уксус, 2 аш ҡалағы шәкәр, 3 аш ҡалағы тоҙ, 250 мл томат пастаһы.
“Башлайбыҙ. Помидорҙарҙы йыуабыҙ һәм ит турағыс йәки блендер аша үткәрәбеҙ. Ташҡабаҡты йыуып таҙартабыҙ һәм ярым түңәрәк итеп киҫәбеҙ. Таҙартылған татлы борос менән кишерҙе лә бик ваҡламай түңәрәкләп турайбыҙ. Әҙер йәшелсәләрҙе ҙур кәстрүлгә һалабыҙ һәм үҫемлек майы, шәкәр, тоҙ, уксус, томат пастаһы өҫтәйбеҙ. Яҡшы итеп болғатабыҙ ҙа уртаса утҡа ҡуябыҙ. Лечоны 40-50 минут эсендә даими бутап тороп, томалап бешерәбеҙ. (Ҡайнап сыҡҡандан һуң мин 50 минут бешерҙем). Әҙер лечоны алдан стерилләнгән банкаларға һалып ябабыҙ. Уларҙы төрәбеҙ һәм йылы урынға ҡуябыҙ. Лечо әҙер, бер нисә көндән асып, рәхәтләнеп ашарға була.
Бешереп ҡарағыҙ, йәнекәйҙәрем! Бик тәмле, телде йоторлоҡ. Аштарығыҙ тәмле булһын”, – ти ул.
Шунан, эшләп ҡарайбыҙмы?


Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Фото: Инстаграм

Читайте нас: