Был салатты эшләү өсөн 5 кг. йәшелсә (ҡыяр, помидор, һуған, кишер, болғар боросо), 3 аш ҡалағы тоҙ, 5 аш ҡалағы шәкәр, 150 мл үҫемлек майы кәрәк.
Һуғанды әрсеп, ҡыяр, помидор менән бергә йыуып, барыһын да бер ҙурлыҡта турарға, кишерҙе таҙартып, йыуып, ҡырғыс аша үткәрергә. Болғар боросоноң эсендәге орлоҡтарын алып, йыуып башҡа йәшелсәләр дәүмәлендә турарға. Туралған йәшелсәләрҙе бер һауытҡа һалып, тоҙ, үҫемлек майы, һеркә ҡушып болғатҡандан һуң, һуты сыҡҡансы ике сәғәткә ултыртып торорға. Һуңынан утҡа ҡуйырға, ҡайнап сыҡҡас, 10 минут тоторға. Стерилләнгән банкаларға һалып ябырға.