Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
26 Август 2019, 02:00

Кишер һабағы менән помидор маринадлау

Помидорҙы бындай ысул менән тоҙлағанда рассолы хуш еҫле килеп сыға.

Помидорҙы бындай ысул менән тоҙлағанда рассолы хуш еҫле килеп сыға. Бер литр һыуға 1 аш ҡалағы тоҙ, 3 аш ҡалағы шәкәр һалып, маринад эшләргә . Помидорҙар ҡайнар һыу һалғанда ярылмаһын өсөн 3-4 урындан тишеп сығырға.
1 литрлы банканың төбөнә кишер япрағы һалырға ла, помидорҙарҙы теҙеп, эҫе маринад ҡойорға. Ҡапҡастарын ябып , 10 минут ултыртып торорға. Һуңынан тоҙло һыуҙы кире кәстрүлгә түгеп, ҡайнатырға, банкаларға ҡойорға ла, бер аш ҡалағы уксус һалырға. Стерилләнгән ҡапҡастар менән ябырға.


Фото: Т. АМАНОВ


Читайте нас: