Сәтләүектәрҙә, бойҙайҙағы кеүек үк, фитин кислотаһы бар. Улар емеште хайуандарҙан һаҡлау функцияһын үтәй. Әлбиттә, сәтләүек бешеп өлгөргәс тә, улар юҡҡа сыҡмай, күпмелер дәрәжәлә ҡала һәм ашағанда организм тарафынан үҙләштерелеү процесын тотҡарлай. Әгәр ҙә сәтләүекте һыуҙа ебетеп алғанда, зарарлы кислотанан арынасаҡ һәм еңелерәк үҙләштереләсәк. Өҫтәүенә, уларҙы йылы һыуҙа ебеткәндә ҡабығы ла тиҙерәк әрселәсәк.