Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
20 Август 2019, 02:00

Кәбеҫтәнән солянка

Ҡыш бауыры оҙон. Һәр хужабикә үҙенең төрлө тәмлекәстәрен әҙерләй. Бөгөн беҙ тәҡдим итергә теләгән быҡҡан кәбеҫтә иҙелгән бәрәңге менән дә, айырым үҙен ашауға ла һәм ашҡа һалып ебәрергә ярап ҡалыр. Нәзәкәтле был ризыҡ һәр саҡ үҙ урынын табып, ҡышҡы һалҡындарҙа табындарға йәй йылыһы алып килер

Ингредиенттар:
3 кг кәбеҫтә

2-шәр кг һуған, кишер һәм помидор

3-4 лавр япрағы

500 мл көнбағыш майы

2 аш ҡ. тоҙ

1 шәр аш ҡ. шәкәр һәм 9% лы һеркә

1 балғалаҡ бөртөклө ҡара борос
Әҙерләү:

Кәбеҫтәне туҡмаслап турарға. Кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрергә, һуғанды ярым ҡулсаларға ҡырҡырға. Помидорҙы өҫтөнә эҫе һыу ҡойоп бешекләп, тиреһен алып, 4 өлөшкә турарға. Барыһын да кәстрүлгә һалып, тоҙ, шәкәр һәм май ҡойоп, яҡшылап бутап 1 сәғәт тирәһе талғын утта бешерергә. Бешеп сығырға 10 минут тирәһе ҡалғас, лавр, борос һәм һеркә өҫтәп, тағы берҙе бутап, стерилле банкаларға эҫе көйгә тултырырға һәм ҡапҡас ҡаплап һалҡын урынға ҡуйырға.
Тормоштар йәмле, аштарыбыҙ тәмле булһын!

Рецепт һәм фото: https://vk.com/hopay3ap
Читайте нас: