Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
17 Август 2019, 02:00

Лилиә Биктимерованан кабачки икраһы

Йәйҙең уңышҡа бай мәле етте. Һәр кем оҙон ҡышты хәстәрләп, запастар әҙерләй. Артистар ҙа тик ятмай, улар ҙа ғаиләләрен тәмле, файҙалы ризыҡтар менән шатландырмаҡсы. Бөгөн хужабикәләргә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Биктимерованан икра эшләү рецебы тәҡдим итмәксебеҙ.

Йәйҙең уңышҡа бай мәле етте. Һәр кем оҙон ҡышты хәстәрләп, запастар әҙерләй. Артистар ҙа тик ятмай, улар ҙа ғаиләләрен тәмле, файҙалы ризыҡтар менән шатландырмаҡсы. Бөгөн хужабикәләргә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Биктимерованан икра эшләү рецебы тәҡдим итмәксебеҙ.


“Бындай икраны һеҙҙең ашап ҡарағанығыҙ юҡтыр әле. “Нимәһе менән башҡаларҙан айырылып тора һуң ул?”, тиерһегеҙ. Бар сере әҙер томат пастаһын ҡулланыуҙа! Уның менән икра бик ҡуйы һәм тәмле килеп сыға”, тип яҙа яратҡан йырсыбыҙ үҙенең Инстаграммында.
Шулай итеп, Лилиә Биктимероваса икра эшләү өсөн:
3 кг кабачки,

5 татлы борос,

500 г томат пастаһы,

бер стакан үҫемлек майы,

ярты стакан шәкәр,

1,5 аш ҡалағы тоҙ,

1,5 бал ҡалағы ҡыҙыл борос,

80 г һарымһаҡ,

1 аш ҡалағы уксус эссенцияһы кәрәк.


Тәүҙә кабачкины, боросто эсле-тышлы таҙартабыҙ. Уларҙы ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Шәкәр, тоҙ, ҡыҙыл борос, томат пастаһы һәм үҫемлек майы ҡушабыҙ. Килеп сыҡҡан массаны кәстрүл менән утҡа ҡуябыҙ, ҡайнап сыҡҡандан һуң тағы 30 минут бешерәбеҙ. Артабан ваҡланған йәки пресс аша үткәрелгән һарымһаҡ һәм уксус ҡушабыҙ. Әсерәк булһын өсөн һарымһаҡты өҫтәргә лә була. Тағын 5-10 минут ҡайнатабыҙ ҙа һүндерәбеҙ. Икраны алдан стерилләнгән банкаларға һалабыҙ.


Лилиә тағы бер кәңәшен бирә: “Банкаларҙы элек һыу өҫтөндә ҡайнатып стерилләй торғайныҡ. Хәҙер рәхәт, Фәдистең апаһы Рита апай миңә яңыса өйрәтте. Банкаларҙы 5-10 минутҡа духовкаға ҡуйып алыу етә.


Бешереп ҡарағыҙ дуҫтар! Үкенмәҫһегеҙ! Телде йоторлоҡ! Эшләһәгеҙ, фотоларығыҙҙы ебәрегеҙ, миңә бик ҡыҙыҡ”, тип яҙа ул.




Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.



Фото: Инстаграмм.

Читайте нас: