Әҙерлек барышы: бөтә йәшелсәләрҙе йыуабыҙ. Кабачкиҙар йәш булмаһа, тышын әрсейбеҙ. Бөтәһен дә тураҡлап ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Утҡа ҡуйып 20 мин бешерәбеҙ ҙә тоҙ, шәкәр, томат пастаһы, ваҡлап туралған әсе борос, үҫемлек майын ҡушабыҙ. Унан тағы 10 минут әкрен утта тотабыҙ. Пресс аша үткәрелгән һарымһаҡ ҡушып 5 мин бешерәбеҙ. Уксус ҡушып ҡайнағансы тотабыҙ ҙа шунда уҡ һүндерәбеҙ. Әҙер аджиканы стерилләнгән банкаларға һалып ҡапҡас менән ябабыҙ. Баштүбән әйләндереп, һыуынғансы йылы итеп урап ҡуябыҙ.