Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
6 Июль 2019, 02:00

Ә һин буҙа эшләй беләһеңме?

“Торатау йыйыны” нда буҙа эшләүселәр конкурсында Өфөнән Алина Баййегетова 2-се урын яуланы.

“Торатау йыйыны” нда буҙа эшләүселәр конкурсында Өфөнән Алина Баййегетова 2-се урын яуланы.
Ике-өс йыл ғына ошо шифалы эсемлекте яһауына ҡарамаҫтан, оҫтарғаны күренеп тора. Торатау йыйынында уның эргәһенән халыҡ өҙөлмәне, һәр береһе тәмләргә теләне. “Ғаиләм буҙанан өҙөлмәй, оҡшаталар”, -тип һөйләне Алина һәм гәзит уҡыусыларына үҙенең буҙа эшләү рецебын әйтте:
- Биш литр һыуыҡ һыуға, шишмә һыуы булһа тағы ла яҡшыраҡ, 500 грамм геркулес һалып, 10 минутҡа ултыртып ҡуябыҙ. Шунан талғын ғына утта бер сәғәт буйы ҡайнатабыҙ. Төбөнә йәбешмәһен өсөн ағас ҡалаҡ менән бутайбыҙ. Аҙаҡ ҡапҡасын ябып, һыуытырға ултыртып торабыҙ, артабан кәстрүлгә яҡшылап һөҙәбеҙ. Килеп сыҡҡан массаға 1 стакан шәкәр, әсетке өсөн 1 стакан ҡымыҙ һалып бутайбыҙ. Аҙаҡ төрөп 8-10 сәғәткә йәнә ултыртып ҡуябыҙ. Эсемлекте банкаларға һалып һыуытҡысҡа һаҡлайбыҙ.
Икенсе тапҡыр эшләгәндә әсетке итеп ҡулланыу өсөн буҙа ҡалдырырға онотмағыҙ!

Фото: автор.
Читайте нас: