Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
1 Июль 2019, 02:00

ҠУҘҒАЛАҠ АШТАРЫ

Органик кислоталарға, витаминдарға һәм минералдарға бай ҡуҙғалаҡ бик файҙалы һәм тәмле. Унан әллә нисәмә төрлө ризыҡ әҙерләп була.

Органик кислоталарға, витаминдарға һәм минералдарға бай ҡуҙғалаҡ бик файҙалы һәм тәмле. Унан әллә нисәмә төрлө ризыҡ әҙерләп була.

Эремсекле бөйөрөк


250 г он, 3-4 йомортҡа, 250 г эремсек, ҙур бәйләм ҡуҙғалаҡ, 85 г маргарин, бер семтем тоҙ кәрәк.

Ондоң уртаһында соҡор яһап, 2- 3 йомортҡа һытабыҙ, тоҙ һибәбеҙ, ҡырғыстан үткәрелгән маргарин менән ҡамыр баҫабыҙ. Уны йомарлап, шыптырға һалабыҙ һәм ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.

Эремсеккә 1 йомортҡа ҡушып иҙгесләй-иҙгесләй болғатабыҙ, ваҡ итеп туралған ҡуҙғалаҡ, тәменсә тоҙ һалып бутайбыҙ.

Ҡамырҙы ярты сантиметр ҡалынлығында йәйәбеҙ, ул табанан бер аҙ ғына ҙурыраҡ диаметрлы булырға тейеш. Маргарин менән майланған һәм он һибелгән табаға ҡамырҙы урынлаштырабыҙ. Эслеген һалабыҙ, тигеҙләйбеҙ һәм ҡамырҙың ситтәрен бер аҙ эслек яғына бөгә бирәбеҙ.

170 градус эҫелектәге мейестә 40-50 минут бешерәбеҙ.


Тауыҡ ите менән йомороҡастар


1 кг тауыҡ ите (һөйәкһеҙ), 2 бәйләм ҡуҙғалаҡ йәки шпинат, 2 йомортҡа, 2 телем аҡ икмәк, 150 мл һөт, 1 баш һуған, 1 стакан кунжут орлоғо (булмаһа, шөкәрә онтағын ҡулланырға мөмкин, тик тәме башҡаса була) кәрәк.

Икмәкте һөткә һалып торабыҙ, һөт һеңгәс, һығып алабыҙ. Итте ҡуҙғалаҡ, икмәк менән бергә ит турағыстан үткәрәбеҙ. Йомортҡа, тоҙ, борос ҡушып болғатабыҙ. Шыптырға һалып, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Бер сәғәттән алып, шарсыҡтар әүәләйбеҙ, кунжут орлоғонда әйләндереп алабыҙ. Йәбешмәһен өсөн ҡулдарҙы һыулап алырға мөмкин.

Йомроҡастарҙы майлы табаға һалып, 180 градус эҫелектәге мейестә 35 минут самаһы бешерәбеҙ.


Итле аш


250 г ит, 300 г ҡуҙғалаҡ, 1-2 кишер, 3-4 картуф, 2 йомортҡа, 1 баш һуған, 1-2 ҡалаҡ үҫемлек майы, 100 г ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.

Итте бешереп, ҙур булмаған шаҡмаҡтарға теләбеҙ. Һурпаһын ҡуйып торабыҙ.

Кәстрүлгә үҫемлек майы ҡоябыҙ һәм ҙур булмаған киҫәктәргә туралған йәки ҡырғыстан үткәрелгән кишер, ваҡ итеп туралған һуған һалабыҙ. 3-4 минут самаһы ҡыҙҙырып алғас, туралған ҡуҙғалаҡты ҡушабыҙ. Тағы ла 3 минут ҡыҙҙырабыҙ, болғатып торабыҙ. Өҫтөнә ҡайнар һурпа ҡоябыҙ.

Ҙур булмаған шаҡмаҡтарға туралған картуф һалабыҙ. Ул ҡайнап сыҡҡас, тоҙ ҡушабыҙ. Бешеп сығыр алдынан ғына ашҡа итте һалабыҙ һәм, 5 минут ҡайнатҡас, уттан алабыҙ.

Ашты ҡаймаҡ һәм уртаға бүленгән бешкән йомортҡа менән биҙәп бирергә мөмкин.


Татлы бөйөрөктәр
300-400 г ҡуҙғалаҡ, 2/3 стакан шәкәр, 2-3 стакан он, 1/3 стакан үҫемлек майы, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ ҡоро сүпрә, 1,5 стакан һыу йәки һөт, 1 йомортҡа кәрәк.

Йылы һыу йәки һөткә 2 ҡалаҡ шәкәр, 3 ҡалаҡ он, сүпрә һалып болғатабыҙ ҙа 15 минутҡа йылы урынға ҡуйып торабыҙ. Тоҙ, май ҡушабыҙ, шунан әҙ-әҙләп кенә он ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Ул ҡулға йәбешмәҫкә тейеш.

Ҡамырҙы ваҡ киҫәктәр менән алып, йәйәбеҙ. Уртаһына туралған ҡуҙғалаҡ һалабыҙ, өҫтөнә шәкәр һибәбеҙ (шәкәр урынына ҡайнатма һалырға ла була). Ситтәрен йәбештереп сығабыҙ. Пергамент ҡағыҙ йәйелгән табаға бөйөрөктәрҙе теҙәбеҙ һәм туғылған йомортҡа яғабыҙ. 190 градусҡаса эҫетелгән мейестә 20 минут самаһы, алтынһыу төҫкә ингәнсе бешерәбеҙ.

Мейестән алғас, таҫтамал ябып, 10 минут «ял иттереп» алабыҙ.



Гөлшат Ҡунафина.



Фото: интернет.



Читайте нас: