Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
27 Июнь 2019, 02:00

Ҡоймағы ла ауыҙҙа ирей, бауырһағы ла

Бер үк төрлө ҡатнашмалар менән ризыҡ бешерһәк тә, һәр хужабикәнеке үҙенсә килеп сыға. Оҫтараҡтарға ҡарап, аш-һыу серҙәрен нығыраҡ асабыҙ, яйлап үҙебеҙҙең дә тәжрибә арта. Үрге Әрмет ауылынан килендәштәр Лилиә менән Рима Хәйруллиналар ҙа береһенән-береһе уҙҙырып, береһенәнбереһе тәмлерәк итеп аш-һыу уңдыра. Ниндәй ризыҡҡа тотонһалар ҙа, телде йоторлоҡ.

Был юлы Лилиә ХӘЙРУЛЛИНАНЫҢ рецептарын тәҡдим итәбеҙ:

Ҡоймаҡ
1 литр йылы һөткә ярты литр ҡайнатылған йылы һыу ҡушабыҙ, шуға 1 стакан маный ярмаһы, яҡынса 3 стакан он, һыуҙа ебетеп 2 сәй ҡалағы әсетке һалабыҙ, 2-3 аш ҡалағы шәкәр, сама менән тоҙ өҫтәп һәйбәтләп туғып, йылы урынға ҡуябыҙ. Әсеп, ҡабарып сыҡҡас 1 йомортҡа ҡушабыҙ ҙа бешерә башлайбыҙ.

Бауырһаҡ
10 йомортҡаға ярты килограмлап он ҡушып, яҡшы итеп аралаштырып баҫабыҙ, ҡамыр ҡаты булырға тейеш түгел. Артабан ҡамырҙы тәгәрәтеп бауырһаҡтар әҙерләүгә керешәбеҙ. Киҫелгән бауырһаҡтарҙы таҡтаға теҙәбеҙ. Ныҡ итеп ҡайнап ултырған көнбағыш майына һалып бешерергә ярамай, юҡһа ярыласаҡ. Бауырһаҡтар ҡабарғас, газды көсәйтергә лә мөмкин. Бауырһаҡтар ҡыҙғылт төҫкә ингәнсе бутай-бутай бешерәбеҙ, аҙаҡ тишек сүмес менән һөҙөп алып, май һеңмәһен өсөн аҡ ҡағыҙға йәки салфеткаға һалып торабыҙ. Һыуынғас, табаҡҡа күсерәбеҙ. Ул арала шәкәр сиробы әҙерләнә. Ярты литрлы банка менән шәкәр алып, уны кәстрүлгә һалып, 1 бәләкәй сынаяҡ һыу өҫтәп, бутай-бутай ҡайнатабыҙ. Шәкәрле сироп һуҙыла башлаһа, ул әҙер, бауырһаҡҡа һалып яҡшылап аралаштырырға кәрәк. Һеҙ ҙә бешереп ҡарағыҙ әле! Тәмле килеп сығасаҡ!
Фото: редакция архивынан.
Читайте нас: