Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
6 Июнь 2019, 02:00

БӘЛӘКӘСТӘР ӨҪТӘЛЕНӘ

Тормош сәскәһе булған балаларына бәхет юрап, һәр мәлен ҡыуаныс-шатлыҡҡа сорнарға теләй атай-әсәйҙәр. Бөгөн уҡыусыларыбыҙға ике бала әсәһе, Башҡортостан юлдаш телевиде­ниеһының «Сәләм» тапшырыуы алып барыусыһы Ғәлиә Вахитова ҡыҙы Шәүрә менән бәләкәстәр өсөн файҙалы ла, тәмле лә табын әҙерләп күрһәтмәксе.

Тормош сәскәһе булған балаларына бәхет юрап, һәр мәлен ҡыуаныс-шатлыҡҡа сорнарға теләй атай-әсәйҙәр. Бөгөн уҡыусыларыбыҙға ике бала әсәһе, Башҡортостан юлдаш телевиде­ниеһының «Сәләм» тапшырыуы алып барыусыһы Ғәлиә Вахитова ҡыҙы Шәүрә менән бәләкәстәр өсөн файҙалы ла, тәмле лә табын әҙерләп күрһәтмәксе.
Вахитовтар сәләмәт туҡланыу яҡлы. «Атай-әсәй алып барған тормош рәүешен балалар ҙа һеңдереп үҫә, донъяға ҡараш ғаиләлә барлыҡҡа килә бит, – ти Ғәлиә. – Бәләкәстәребеҙ емеш-еләк, йәшелсәләрҙе ярата, шәкәр, тоҙҙоң зарарлы икәнен дә белә. Салат япрағын ҡулға тотоп ашап йөрөү ҙә – ғәҙәти күренеш. Күп ҡатнашмалы ризыҡты, артыҡ ҡатмарлы турамаларҙы бик үҙ итмәйҙәр. Башҡаларҙа күреп, рекламаны тыңлап, фаст-фуд ризығын һораһалар, уларын да үҙебеҙ әҙерләйбеҙ. Мәҫәлән, итте үткәреп, кәтлит бешерәбеҙ ҙә, бургерҙар эшләп, «кибет» уйнайбыҙ. Кассанан килеп һорап, «аҡса түләп» алып ашау уларға ҡыҙыҡ. Балалар нимәнәндер баш тарта икән, көсләмәйбеҙ».
Алты йәшлек Тимерхан менән дүрт йәшлек Шәүрәнең яратып ашағаны – ҡарабойҙай. Уны һөтләп тә, таралып торған килеш тә, төрлө йәшелсә ҡушып та бешерһәң, тәмле була. Бәлки, шуғалыр ҙа, Ғәлиә урама өсөн эслек итеп тап ошо ярманы һайлаған.

Тауыҡ итенән урама
800 грамм тауыҡтың түш ите, 1 стакан ҡарабойҙай ярмаһы, 300 грамм аҡ көләпә бәшмәге, ярты стакан һөт өҫтө, тәменсә тоҙ, борос, ҡыҙҙырыр өсөн аҡ май, әүәләргә бер нисә ҡалаҡ он, 2 йомортҡа, шәкәрһеҙ кукуруз йәйпәге кәрәк.
Аҡ көләпә бәшмәген турайбыҙ ҙа аҡ май менән табала ҡыҙҙырып алабыҙ. Бәшмәктең уртаса­ларын алып, дүрт өлөшкә бүлһәк, матур була. Балалар ҙур киҫәкте ашарға бик яратмаһа, ваҡлап турарға тура килә. Һуған өҫтәһәң дә тәмле, шулай уҡ кескәйҙәр яратһа инде. Ҡарабойҙай ярмаһын йыуып, бәшмәк янына һалабыҙ ҙа өҫтөнә һөт өҫтө ҡоябыҙ. Тоҙ, борос һибәбеҙ һәм әҙер булғансы бешерәбеҙ.
Тауыҡтың түш итен икегә бүләбеҙ ҙә, һәр киҫәкте уртаһынан ситенә табан үткер бысаҡ менән ҡырҡып, нәҙек йәймә рәүешенә килтерәбеҙ. Артыҡ нәҙек итеү ҙә кәрәкмәй, йыртылып китеүе бар. Махсус сүкеш менән һуҡҡыслайбыҙ. Тоҙ, борос һибәбеҙ. Өҫтөнә бәшмәкле ҡарабойҙай бутҡаһын йәйеп һалабыҙ, шунан итте ипләп кенә урайбыҙ. Ситтәрен ағас таяҡсалар менән сәнсеп нығытып ҡуябыҙ.
Ураманы онда әүәләйбеҙ, шунан йомортҡаға (йомортҡаны һытып, 1-2 ҡалаҡ һыу ҡушып болғатабыҙ) манып алабыҙ. Аҙаҡтан иҙелгән кукуруз йәйпәгендә тәгәрәтәбеҙ ҙә майлы табала 2 минут самаһы ҡыҙҙырабыҙ.
Пергамент ҡағыҙы йәйелгән табаға ураманы һалып, 180 градусҡаса эҫетелгән мейестә 40 минут бешерәбеҙ.
Ғәлиә, ураманы ҡырҡып, салат япраҡтары йәйелгән ҙур тәрилкәгә ҡарышлауыҡ рәүешен биреп һалды. Зәйтүн емеше, кукуруз менән биҙәне. Эргәһенә бутерброд теҙҙе. Бына нисек эшләнә ул.
Балаларға бутерброд
Шәкәрһеҙ крекер печеньеһы, ваҡ помидор, йомшаҡ сыр, салат япраҡтары, зәйтүн емеше кәрәк.
Печеньеға сыр яғабыҙ ҙа салат япрағын «йәбештерәбеҙ». Уртаға бүленгән помидор киҫәген һалабыҙ. Зәйтүн емешен ҡырҡып, ҡамҡа (күс) бөжәгенә оҡшатып биҙәйбеҙ.
Ниндәй бала кәнфит яратмаһын! Тәмле-татлыһын да Ғәлиә үҙе эшләүҙе хуп күрә.
Файҙалы «кәнфит»
250 грамм эремсеккә 2 ҡалаҡ какао, әүәләү өсөн шәкәр онтағы, сәтләүек кәрәк.
Эремсекте иҙәбеҙ, какао ҡушып яҡшылап бутайбыҙ. Бәләкәс шарҙар йомарлайбыҙ ҙа шәкәр онтағында әүәләйбеҙ. Ваҡланған сәтләүек, кунжут, көнбағышта әүәләһәң дә телеңде йоторлоҡ була.
Тәмле сәй
Ярты литр сәйгә ярты алма, ярты лимон, 6 – 8 бөтнөк япрағы, 1 ҡалаҡ бал кәрәк.
Алманы, лимонды турайбыҙ, бөтнөк япрағы һалабыҙ ҙа өҫтөнә ғәҙәттәгесә бешерелгән сәйҙе ҡоябыҙ. 15 – 20 минут ултыртып торабыҙ. Бал өҫтәйбеҙ. Файҙалы матдәләргә бай тәмле сәй әҙер.

Вахитовтар кейәү үләне, мәтрүшкә, бөтнөк кеүек шифалы үләндәрҙе йәй үҙҙәре әҙерләй. Ғәлиәнең тормош иптәше Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Яңылыҡтар» хеҙмәте дикторы Таһир Вахитовтың тыуған яғы Стәрлебаш районы Табылды ауылына йыш ҡайтырға тырышалар. Ҡәйнәһе Флүрә Һөйөндөк ҡыҙы менән ҡайныһы Радмир Мөхтәр улы уларҙы көтөп ала, ит, май, һөт, ҡатыҡ, ҡороттан да өҙмәй йәш ғаиләне. «Ҡәйнәм шул тиклем егәрле, ҡуйыртылған һөтөнә тиклем үҙе ҡайната. Ҡайным умарта тота. Ололарҙың хәстәрен тойоп йәшәйбеҙ. Уларға рәхмәтебеҙ сикһеҙ», – ти уңған килен.
Ғәлиә үҙе лә тик ятыуҙы күҙ алдына килтерә алмай, декрет ялында ла оҙаҡ тормай, тәүге сабыйына – өс, икенсеһенә алты ай тигәндә эшкә сыға. «Эргәмдә мине аңлап, һәр саҡ терәк-таяныс булған әсәйем булыуы менән бәхетлемен, – ти ул. – Бәпестәремде үҫтерешеүҙә лә ярҙамы бик ҙур». Әсәһе – уҡыусыларыбыҙға шиғырҙары, балалар өсөн әҫәрҙәре аша таныш өс китап авторы Миләүшә Ғәйфуллинаның – сабый саҡта һөйләгән әкиәттәренең, тәрбиә алымдарының урынлы, дөрөҫ булыуын баһалай ала инде ул хәҙер һәм шуға рәхмәте сикһеҙ.
Эшен ярата, геройҙар хаҡында мәғлүмәт туплау, яңы таныштар булдырыу күңеленә кинәнес бирә. Әлеге мәлдә үҙемде «үҙ тәрилкәмдә» тоям, ти Ғәлиә. Режиссер булараҡ та үҙен һынап ҡараған, ул төшөргән «Панацея» фильмының Бөтә Рәсәй конкурсында II урын яулауы – үҙе ҙур уңыш. Киләсәктә ошо юлдан китергә ниәте.
Ижади ғаилә, бик күп көсөн, ваҡытын эшкә бүлһә лә, балаларына матур тәрбиә бирергә ынтыла. Ял көндәрендә паркка сығып йөрөйҙәр. Әсәй кеше тәмле ҡамыр аштарын әҙерләһә, былауҙы тик ғаилә башлығы бешерә. «Мин йыш ҡына таңғы 4-5-тә сығып китәм, иптәшем иһә һуңлап ҡайта. Көнөбөҙ эштә, балалар баҡсаһында үтә, шуға киске ашты мотлаҡ бергә ултырып ашарға тырышабыҙ. Ғаиләбеҙ бергә тупланып, кисерештәребеҙ менән бүлешкән, хәлдәребеҙҙе белешкән бәхетле мәлебеҙ ул», – ти Ғәлиә.

Фото: Александр ДАНИЛОВ.

Гөлшат Ҡунафина.


Читайте нас: