Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
3 Июнь 2019, 02:00

ТӘМЛЕ ТАБА ЕҪЕ ТАРАЛҺЫН!

4 июнь - Ураҙа байрамы. Тимәк, бар өйҙәрҙә лә тәмле таба еҫе аңҡып торорға тейеш! Ғаилә менән тәмләп сәй эсергә лә, байрамсылап йөрөгән балаларға ла тотторорлоҡ анһат ҡына ҡоймаҡ ҡоябыҙ.

4 июнь - Ураҙа байрамы. Тимәк, бар өйҙәрҙә лә тәмле таба еҫе аңҡып торорға тейеш! Ғаилә менән тәмләп сәй эсергә лә, байрамсылап йөрөгән балаларға ла тотторорлоҡ анһат ҡына ҡоймаҡ ҡоябыҙ.
Беҙгә кәрәк була:


0,5 литр - кефир

2 стакан манный ярмаһы

2 йомортҡа

1сәй ҡалағы шәкәр ҡомо
Бергә болғатып 15-20 минутҡа ҡалдырырға. Артабан: 1,5 стакан он, 0,5 сәй ҡалағы сода, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы ҡушып болғатырға, 0,7 банка тирәһе ҡайнар һыу ҡойоп ныҡ ҡына бутарға. Ул күперелеп китә. Әгәр йоҡараҡ ҡоймаҡ кәрәк икән, тағы ла ҡайнар һыу ҡойорға мөмкин.
Табынға булһа, норманы арттырыға була.
Ҡоймаҡ тәмле булһын! Байрам менән!



Фото: интернет.


Читайте нас: