Бер үк рецепт менән бешерһәләр ҙә, төрлө хужабикәлә ризыҡ төрлөсә килеп сыға. Ә бына Нурия Шәрәфетдинова нимәгә генә тотонмаһын, уныҡы мотлаҡ уңа!
- Һәр хужабикә үҙенсә бешерә. Ҡулға ла ҡарай. Үҙем аш бешерер алдынан эшемде “бисмилла” тип башлайым. Күңелде һалып эшләһәң, ризыҡ та тәмле килеп сыға, - ти Нурия Мөхтәр ҡыҙы.
Һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн аш-һыуға оҫта булыу мөһим. Иреңдең, балаларыңдың һин бешергән аш-һыуҙы яратып ашауы үҙе ҙур кинәнес. Нурия Шәрәфетдинова ла аш-һыу оҫталығына бешерә-бешерә өйрәнә.
- Ғаиләлә мин иң өлкәне булдым. Шуға өйҙә күберәк ир-ат эше эләкте. Шулай ҙа әсәйемдең бешергәнен ҡарап йөрөгәнмендер инде, күңелгә барыбер һеңеп ҡалған. Кейәүгә сыҡҡас, үҙемдә лә аш-һыуға ҡыҙыҡһыныу уянды. Балаларым әҙерләгән ризығымды һағынып ҡайта. Юлда уҡ ейәндәрем “ҡоймаҡ бешер, өләсәй” тип шылтырата башлай.
Нурия апай ҡоймаҡ бешереү серҙәрен “Торатау”ҙы уҡыған хужабикәләргә лә систе. Ҡөрьән аштарына барғанда ла уның ауыҙҙа иреп торған ҡоймағына һорау ҙур икән. Һеҙ ҙә бешереп ҡарағыҙ әле! Мотлаҡ тәмле килеп сығыр.
Шулай итеп, 1 литр йылымыс һөткә 1 йомортҡа, 1,5 сәй ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы, 1,5 аш ҡалағы әсетке , он өҫтәп ҡуйы ғына итеп ҡоймаҡҡа ҡамыр әҙерләйбеҙ. Кистән туғып ҡуйһаҡ, иртәнгә тиклем әсеп ултырһын, иртәнсәк ҡайнар һыу һалып бутап ҡоймаҡты бешерә башлаһағыҙ ҙа була. Ләкин ҡамырығыҙҙы артыҡ шыйыҡ итмәгеҙ.
Фото: редакция архивынан.