Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
13 Май 2019, 02:00

Бауырҙан ҡатлы турама

Кәрәк була:
- бешкән бауыр

- тоҙло ҡыяр

- бешкән йомортҡа

- кишер

- һуған

- майонез йәки ҡаймаҡ


Әҙерләү:
1. Беренсе ҡатҡа бауырҙы ҡырғыстан үткәреп һалабыҙ, майонез һылайбыҙ.

2. Ҡыҙҙырылған һуған

3. Тоҙло ҡыярҙы һаламлап турап һалабыҙ

4. Майҙа ҡыҙҙырылған кишер һалабыҙ, майонез һөртәбеҙ

5. Йомортҡаның ағын ҡырғыстан үткәреп өҫтәйбеҙ, майонез һөртәбеҙ.

6. Иң өҫтөнә йомортҡаның һарыһын ыуабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!

Таңһылыу Баймырҙина әҙерләне.




Рецепт һәм фото: https://vk.com/club117353022
Читайте нас в