Бик күп аҙыҡ-түлектә шәкәр бар. Беҙ быға үҙебеҙ ҙә күптән күнеккәнбеҙ, был хәлдең сәләмәтлеккә ниндәй зыян килтереүе хаҡында уйлап та ҡарамайбыҙ. Шәкәр менән бергә организмға нимәләр инә һуң? Ниндәй зарары бар һуң татлы, шәрбәтле тәмлекәстәрҙең?
Кариес. Беҙ шоколад ашайбыҙ йәки һут эсәбеҙ икән, иң тәүҙә тештәребеҙ шәкәр менән бәйләнешкә инә. Ә шәкәр – кариестың башланыуына төп сәбәпсе. Тештәрҙә аҙыҡ ҡалдыҡтарынан ҡатлам барлыҡҡа килә (уның бер миллиметрында 100-ҙән 500 миллионға тиклем бактерия тупланыуы ихтимал). Шәрбәтле ризыҡтар улар өсөн иң яҡшы аҙыҡ булып тора ла инде.
Организмдағы витаминдарҙы юҡҡа сығара. Емеш-еләк һәм йәшелсә организмды бөтә тейешле микроэлементтар менән байыта. Таҙартыу үткән аҙыҡтар, мәҫәлән, шәкәр йәки юғары сортлы он, киреһенсә, организмдағы микроэлементтарҙы һура һәм алмашҡа бер ни ҙә бирмәй.
Әүҙемлекте кәметә. Шәкәрҙең буш калориялары ҡанда глюкоза кимәлен арттыра, был саҡта организм ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында ҙур күләмдәге энергияға эйә була, әммә ул кинәт кәмей. Табиптарҙың раҫлауынса, татлы допинг физик әүҙемлекте түбәнәйтә.
Бәйлелек тыуҙыра. Уны файҙаланыуҙың организмдағы физик һәм психологик процестарға кире йоғонто яһауы билдәле. Шәкәр тәмәке һәм алкоголь һымаҡ уҡ бер ниндәй ихтыяж күҙәтелмәгәндә лә кешелә торған һайын күберәк ашау теләген уята.
Күп сирҙәрҙең сәбәпсеһе лә ул. Байтаҡ сир-сор дөрөҫ туҡланмау арҡаһында башлана. Иң зарарлы аҙыҡтарҙың береһе – шәкәр, файҙалы матдәләрҙе организмдан сығарып, эшкә һәләтлелекте кәметә.
Һимереүгә килтереүе лә ихтимал. Организмда саманан тыш калорияның артыуы йәки матдәләр алмашыныуы боҙолоуы һөҙөмтәһендә кешенең тулыланыуы, хатта һимереүе ихтимал.
Сығымдарҙы арттыра. Кәнфит, шоколад һәм башҡа татлы ризыҡтар арзан тормай. Беҙ уларға йыл әйләнәһенә әллә күпме аҡса түгәбеҙ. Ә был аҡсаға күпме файҙалы емеш-еләк, төрлө аҙыҡ-түлек һатып алырға булыр ине.
Иммунитетты кәметә. Составында шәкәр булған ризыҡ яйлап организмдың хәлен, көсөн ала, иң кәрәкле витамин һәм микроэлементтарҙы юҡҡа сығара.
Психиканы боҙоуы ла бар. Шәкәрҙе күп ашаған кеше, ғәҙәттә, тиҙ ҡуҙғый, көйһөҙләнә, иғтибарһыҙға әүерелә, сөнки шәкәр наркотик һымаҡ тәьҫир итә, кешеләрҙе бәйлелеккә дусар итә.
Шәкәрҙең диабет сирен ҡуҙғытып, ҡатмарландырып ебәреүе лә ихтимал.