Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
2 Март 2019, 04:00

"Дания" ләүәше

Грушанан был ләүәште иң беренсе Данияла уйлап сығарғандары өсөн шулай атала икән. Их тәмлелеге! Бешереп ашап ҡарағыҙ әле.

Грушанан был ләүәште иң беренсе Данияла уйлап сығарғандары өсөн шулай атала икән. Их тәмлелеге! Бешереп ашап ҡарағыҙ әле.


Беҙгә кәрәк:


125 г. аҡ май (слив. масло)

2 йомортҡа

2 груша

120 г. шәкәр

2 ст. тирәһе он

ҡабартҡыс 1,5 бал ҡалаҡ


Әҙерләү:

Йомшарған майҙы 100 г. шәкәр менән ныҡ итеп туғыйбыҙ. Миксер менән күперткәнсе туғыһағыҙ, тағы ла шәберәк. Берәмләп йомортҡаларҙы ҡушабыҙ. Был ваҡытта туҡтамай туғып торабыҙ. Ошо массаға иләп он һәм ҡабартҡыс ҡушабыҙ ҙа ҡалаҡ менән болғатабыҙ. Ҡамыр әҙер. Табаға ҡойоп, өҫтөнә йоҡа телемдәргә ҡырҡылған грушаны һалабыҙ ҙа, ике ҡалаҡ шәкәр һибеп мейескә оҙатабыҙ.

180 градуста 1 сәғәт тирәһе бешә.


Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!




Рецепт һәм фото: https://vk.com/club129936953



Читайте нас: